Найти в Дзене

Ҡарлы аҙна көтә

13 – 19 ғинуар Башҡортостанда ҡарлы була, тип иҫкәртә синоптиктар. 13 ғинуар, дүшәмбе, тәүлек әйләнәһенә һауа температураһы -4...-6 градустарҙа тирбәлә. Көндөң икенсе яртыһында ҡар яуыуы күҙаллана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан, талғын. 14 ғинуар, шишәмбе, ҡар яуа. Һауа температураһы төндә лә, көндөҙ ҙә -5...-6 градус. Ел көньяҡ-көнбайыштан. 15 ғинуар, шаршамбы, ҡар яуа. Һауа температураһы шул кимәлдә һаҡлана. Ел көньяҡтан, талғын. 16 ғинуар, кесаҙна, ҡар әҙерәк яуа. Һауа температураһы -4...-5 градус, ел көньяҡ-көнбайыштан. 17 ғинуар, йома, ҡар яуа, боҙло ямғыр ҙа күҙаллана. Төндә бер аҙ һыуыта - -8 градус, көндөҙ -4. Ел көньяҡ-көнбайыштан. Ял көндәре – 18 ғинуар, шәмбе, һәм 19 ғинуар, йәкшәмбе, шулай уҡ ҡар яуа, уны боҙ ҡатыш ямғыр алмаштыра. Һауа температураһы -4...-8 градус һалҡын. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын иҫә. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!