Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында булып үткән хәйриә концертында был оран бер нисә тапҡыр яңғыраны. Сараға билеттар һатыуҙан йыйылған аҡса махсус хәрби операцияға ярҙам өсөн тәғәйенләнгән. “Беҙ үҙ Ватаныбыҙға хыянат итмәйбеҙ” (“Мы СВОю Родину не предаем”) тип аталған был сараны республиканың атҡаҙанған артисы, БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайы депутаты Рәмил Бәҙәмшин төбәк Хөкүмәте ярҙамында ойошторған. Быйылғы йыл, билдәле булыуынса, Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы һәм Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителде, ошо концерт был йүнәлештәге ярҙам сараларының береһе булып тора. – Беҙҙең егеттәр алғы һыҙыҡта уларға алдына ҡуйылған хәрби бурысты лайыҡлы башҡара, бик күптәр дәүләт наградалары менән бүләкләнгән, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов. – Башҡортостан – беҙҙең армия өсөн ышаныслы тыл ул. Яугирҙәргә тыуған ерҙәренән ҙур күләмдә һәм даими рәүештә гуманитар конвойҙар бара