Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Әсәйемде лайыҡлы оҙата алманым...

Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Әнүәр Нурғәлиев Яңы йылда социаль селтәрҙә һалған вдеояҙмаһында йөрәген әрнеткән хата тураһында уртаҡлашты. Ул әле лә: “Әсәйемде лайыҡлы оҙата алманым”, – тип үҙен ғәйепләүен дауам итә. “Донъялағы иң яҡын кеше. Уны лайыҡлы оҙата алмауымды бер ҡасан да ғәфү итә алмайым. Әсәйемде ғәйепләгәндәрҙе бер ҡасан да ғәфү итмәйәсәкмен”, – тип яҙған ул. Әнүәр Нурғәлиев шулай уҡ: “Ғәфү ит мине, әсәй”, “Яңғыраған бушлыҡ”, “Күңелде әрнетерлек”, – тип тә әйтә. Видеоны ул ата-әсәһенең ихатаһында төшөргән. Шулай уҡ ул яҙмаға ата-әсәһе баҫып, ҡулдарын болғап торған яҙманы ла өҫтәгән. Мәғлүм булыуынса, быйыл 1 ғинуарҙа уның ата-әсәһенә 85 йәш тулыр ине... Әнүәр Нурғәлиевтең әсәһе 2020 йылда вафат булды. Үлем сәбәбе – баш мейеһе ишемияһы. Шулай уҡ уға коронавирус диагнозы ҡуйыла. COVID-19 пандемияһы ваҡытындағы талаптар арҡаһында уны ябыҡ табутта ерләйҙәр. Шул саҡта йырсы мосолман йолалары талап иткәнсә ерләй алмауын таный – хәйер тарата һәм хатта ҡәбергә ер ташлай алмаған. Фо

Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Әнүәр Нурғәлиев Яңы йылда социаль селтәрҙә һалған вдеояҙмаһында йөрәген әрнеткән хата тураһында уртаҡлашты. Ул әле лә: “Әсәйемде лайыҡлы оҙата алманым”, – тип үҙен ғәйепләүен дауам итә. “Донъялағы иң яҡын кеше. Уны лайыҡлы оҙата алмауымды бер ҡасан да ғәфү итә алмайым. Әсәйемде ғәйепләгәндәрҙе бер ҡасан да ғәфү итмәйәсәкмен”, – тип яҙған ул. Әнүәр Нурғәлиев шулай уҡ: “Ғәфү ит мине, әсәй”, “Яңғыраған бушлыҡ”, “Күңелде әрнетерлек”, – тип тә әйтә. Видеоны ул ата-әсәһенең ихатаһында төшөргән. Шулай уҡ ул яҙмаға ата-әсәһе баҫып, ҡулдарын болғап торған яҙманы ла өҫтәгән. Мәғлүм булыуынса, быйыл 1 ғинуарҙа уның ата-әсәһенә 85 йәш тулыр ине... Әнүәр Нурғәлиевтең әсәһе 2020 йылда вафат булды. Үлем сәбәбе – баш мейеһе ишемияһы. Шулай уҡ уға коронавирус диагнозы ҡуйыла. COVID-19 пандемияһы ваҡытындағы талаптар арҡаһында уны ябыҡ табутта ерләйҙәр. Шул саҡта йырсы мосолман йолалары талап иткәнсә ерләй алмауын таный – хәйер тарата һәм хатта ҡәбергә ер ташлай алмаған. Фото: видеояҙманан скриншот.