Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Яман сир арабыҙҙан тартып алды...

Рәсәйҙең халыҡ артисы Евгения Добровольская 61-се йәшендә вафат булды, тип хәбәр ителә Чехов исемендәге МХТ-ның Telegram-каналында. "Быны әйтеү ҙә, ҡабул итеү ҙә бик ауыр... Евгения Добровольская вафат. Рәсәйҙең халыҡ артисы, илдең яратҡан артисы. 33 йыл эсендә художество театры сәхнәһендә тиҫтәләгән төп ролдәрҙе уйнаған актриса”, — тиелә хәбәрҙә. Һуңғы йылда актрисаның яман сир менән көрәшеүе билдәле, ә уға тиклем театрҙа уйнауынан туҡтамай. Евгения Добровольская 1964 йылдың 26 декабрендә Мәскәүҙә тыуған. 1987 йылда ГИТИС-ты тамамлай, шунан һуң уны М.Горький исемендәге МХАТ-ҡа эшкә алалар. 1988 йылдан 1989 йылға тиклем Олег Табаков етәкселегендәге Мәскәү театр-студияһында эшләй. 1991 йылға тиклем Ул «Современник-2» театр-студияһында хеҙмәт итә. Ә 1991 йылда - Чехов исемендәге Мәскәү художество театрында. Артистка бер нисә тиҫтә фильмда һәм сериалда уйнай: “Кризис среднего возраста”, “Подозрение”, “Ирония судьбы", “Реальный папа”, “Участок”, “Монастырь” һәм башҡалар. Добровольскаяның и

Рәсәйҙең халыҡ артисы Евгения Добровольская 61-се йәшендә вафат булды, тип хәбәр ителә Чехов исемендәге МХТ-ның Telegram-каналында. "Быны әйтеү ҙә, ҡабул итеү ҙә бик ауыр... Евгения Добровольская вафат. Рәсәйҙең халыҡ артисы, илдең яратҡан артисы. 33 йыл эсендә художество театры сәхнәһендә тиҫтәләгән төп ролдәрҙе уйнаған актриса”, — тиелә хәбәрҙә. Һуңғы йылда актрисаның яман сир менән көрәшеүе билдәле, ә уға тиклем театрҙа уйнауынан туҡтамай. Евгения Добровольская 1964 йылдың 26 декабрендә Мәскәүҙә тыуған. 1987 йылда ГИТИС-ты тамамлай, шунан һуң уны М.Горький исемендәге МХАТ-ҡа эшкә алалар. 1988 йылдан 1989 йылға тиклем Олег Табаков етәкселегендәге Мәскәү театр-студияһында эшләй. 1991 йылға тиклем Ул «Современник-2» театр-студияһында хеҙмәт итә. Ә 1991 йылда - Чехов исемендәге Мәскәү художество театрында. Артистка бер нисә тиҫтә фильмда һәм сериалда уйнай: “Кризис среднего возраста”, “Подозрение”, “Ирония судьбы", “Реальный папа”, “Участок”, “Монастырь” һәм башҡалар. Добровольскаяның икенсе ире Михаил Ефремов була. Актрисаның дүрт балаһы бар: улдары Степан, Николай һәм Ян, шулай уҡ ҡыҙы Анастасия. Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.