Йөрәгеңдән сыҡҡан бар наҙыңды балаларыңа бүлеү, уларҙың сәләмәтлеге, ғүмере, киләсәге тураһында хәстәрлек күреү, бәхетле тормошонона шаһит булыу – тормошобоҙҙағы иң бәхетле мәлдәр. Шуның өсөн дә Аллаһы Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы йомшаҡ тәбиғәтле, нәфис, хисле итеп яралтҡан һәм гүзәл зат вәкилдәренә донъялағы иң яуаплы, иң мөҡәддәс бурысты – бала тәрбиәләүҙе йөкмәткән. Хәҙерге ҡатын-ҡыҙ иңендә бихисап мәшәҡәттәр өйөлһә лә, улар иң тәү сиратта – әсәй һәм ғаилә усағын һаҡлаусы. Рәсәйҙә һәр бишенсе пар түлһеҙ Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн Рәсәйҙә һәр бишенсе пар түлһеҙлектән яфалана. Бынан 40 йылдан ашыу элек ошо проблеманы хәл иткән ысул уйлап табылды. Ярҙамсы репродуктив технология – экстракорпораль яһалма аталандырыу (ЭКО) алымын бынан ун йыл йыл элек Мотлаҡ медицина страховкаһы программаһына индереп, түлһеҙ парҙарға бала бәхетен татырға ярҙам иттеләр. Әгәр ғаилә парҙарының йәше 35 йәшкә тиклем булып, бер йыл дауамында ҡатын ауырға ҡалмаһа, был ғаилә түлһеҙ тип иҫәпләнә. 35 йәште уҙған парҙар медицин