Конкурс Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтә Рәсәй “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” ижтимағи-дәүләт ойошмаһы ярҙамында Башҡортостан Республикаһының “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” йәмғиәтендә ҡатын-ҡыҙ статусын үҫтереү Һәм уның ролен әүҙемләштереү төбәк йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән үткәрелә. Конкурста Ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт хәрәкәттәре, граждандар йәмғиәте институттары лидерҙары, йәмәғәтсе-әүҙемселәр, төрлө һөнәрле ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға әүҙем ярҙам иткән ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Еңеүселәр түбәндәге номинациялар буйынса билдәләнәсәк: “Милләт әсәһе” – уңышлы һәм өлгөлө балалар тәрбиәләгән күп балалы әсәләр араһында – билдәле ғалимдар, етәкселәр, спортсылар, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрҙәр; Ватандың ысын патриоттарын тәрбиәләгән әсәләр араһында; “Ирекмән” – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыу буйынса ирекмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар араһында; “Мәҙәниәт” – мәҙәниәт
“Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
10 января 202510 янв 2025
2 мин