Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Хушлашыу һүҙе

Публицист, иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент, Башҡортостан Республикаһының 3-сө класлы советнигы, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Илдар Миҙхәт улы Ғәбитов вафат. Илдар Ғәбитов 1961 йылдың 12 июнендә Әбйәлил районының Буранғол ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Дондағы Ростов дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлай. 1983 – 1990 йылдарҙа – Өфө дәүләт авиация техник институты, 1990 – 1997 йылдарҙа Өфө юридик институты доценты була. 1997 – 2004 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте баш мәғлүмәт-аналитика идаралығының иҡтисади үҫеш бүлеге мөдире урынбаҫары, мөдир вазифаларын башҡара. 2004 йылдан Башҡорт дәүләт университетында (хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты) уҡыта. 80-дән ашыу ғилми хеҙмәт һәм күп һанлы публицистик хеҙмәттәр авторы булараҡ таныла. Илдар Ғәбитов әүҙем йәмәғәтсе лә ине. БЮТ-тағы “Арыҫлан” ир-егеттәр клубын, “Алтын тирмә” телепроектын булдырыуға көс һалды, “Юлдаш” радиоһында “Асыҡ студия”ны алып барҙы

Публицист, иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент, Башҡортостан Республикаһының 3-сө класлы советнигы, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Илдар Миҙхәт улы Ғәбитов вафат. Илдар Ғәбитов 1961 йылдың 12 июнендә Әбйәлил районының Буранғол ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Дондағы Ростов дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлай. 1983 – 1990 йылдарҙа – Өфө дәүләт авиация техник институты, 1990 – 1997 йылдарҙа Өфө юридик институты доценты була. 1997 – 2004 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте баш мәғлүмәт-аналитика идаралығының иҡтисади үҫеш бүлеге мөдире урынбаҫары, мөдир вазифаларын башҡара. 2004 йылдан Башҡорт дәүләт университетында (хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты) уҡыта. 80-дән ашыу ғилми хеҙмәт һәм күп һанлы публицистик хеҙмәттәр авторы булараҡ таныла. Илдар Ғәбитов әүҙем йәмәғәтсе лә ине. БЮТ-тағы “Арыҫлан” ир-егеттәр клубын, “Алтын тирмә” телепроектын булдырыуға көс һалды, “Юлдаш” радиоһында “Асыҡ студия”ны алып барҙы. Ваҡытлы матбуғатта иҡтисади, донъяуи, тәрбиәүи темаларға оло һабаҡтары менән гәзит-журнал уҡыусыларының оло ихтирамын яуланы. Уның республикабыҙ тормошон, арҙаҡлы шәхестәрен сағылдырған йәнле сканвордтары, башватҡыстары яратып ҡабул ителде. “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Киске Өфө”, “Йәншишмә” гәзиттәренең, “Шоңҡар”, “Аманат” журналдарының йыл лауреаты итеп билдәләнде. Илдар Ғәбитов өлгөлө ғаилә башлығы булды, ҡатыны менән өс бала үҫтерҙеләр. Илдар Миҙхәт улының яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһе вазифаһын башҡарыусы А.Ш. Бадранов, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары У.Т. Килсенбаев, Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры В.П. Захаров, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының директорҙар советы рәйесе Ф.М. Йәғәфәров, Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы рәйесе В.Ғ. Исхаҡов.