Найти в Дзене

95 йәштә шиғырҙарын яттан һөйләй

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Марат Кәримовҡа 95 йәш тулды. Марат Нәби улы был көндө бик күп ҡотлауҙар ҡабул итте. Шул иҫәптән, уны ғүмер байрамы менән тәбрикләп, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов, Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Искәндәр Хәсәнов, “Һәнәк” журналының баш мөхәррире Илгиз Ишбулатов өйөнә барҙы. – Бындай оло йәштә Марат ағайҙың рух күтәренкелеге, киләсәккә ышаныс менән ҡарауы, аныҡ, теүәл фекерләүе һоҡландыра. Был мөһим көндө аҡһаҡалды ҡәләмдәштәре менән бергә ҡотларға барҙыҡ. Марат Нәби улы үҙенең яңы шиғырҙарын уҡыны һәм тыуған Башҡортостанына сәскә атыуын теләне, – тип уртаҡлашты Айгиз Баймөхәмәтов. Марат Нәби улы Кәримов 1930 йылдың 9 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Күгәрсен ауылында тыуған. Жёлтый татар-башҡорт педагогия училищеһында уҡыған. Мәктәп йылдарынан уҡ әҙәбиәткә тартыла. Сатира һәм юмор өлкәһен дә ситкә ҡуймай. Хеҙмәт юлында "Пионер", "Һәнәк" журналы редакцияларында эшләй, 20-нән ашыу китап авторы. Марат Кәримов – Башҡортостандың халыҡ шағиры (2003), журналист, тәржемәсе, 1958 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994), Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты (2001). Марат Кәримов үҙенең күркәм юбилейын күтәренке кәйефтә ҡаршылай. Уны тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, сәләмәтлек, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Фото: Айгиз Баймухаметов