Яңы йыл байрамын көтөп алаһығыҙмы? Яңы өмөттәр бағлап ҡаршы алған мәл ғаилә менән бер өҫтәл артына ултырып, туған-тыумасалар менән күрешер өсөн ваҡыт. Шулай ҙа күптәрҙең иң яратҡан мәле - шыршы һатып алыу, биҙәүҙер, моғайын. Бала саҡ хәтирәләрен барлап, үткән Яңы йылдарҙы иҫләп алыу мәле. Мин дә шыршы уйынсыҡтары һаҡланған 90-сы йылдарҙағы ауыр сумаҙанды сығарып хәтер сылбырҙарын барлайым... Был сумаҙанда боронғо уйынсыҡтар аҙ – бер тиҫтә самаһы. Әммә һәр береһе күңелгә ҡәҙерле: был шарҙы Өфөгә барғанда һатып алдыҡ, ҡыш бабайҙар - өләсәйҙең йәш сағынан тороп ҡалған, тубырсыҡтарҙы Ҡаҙандан алып ҡайттыҡ. Хәйер бындай иҫтәлекле ҡомартҡылар һәр ғаиләлә барҙыр. Әйткәндәй, әлеге уйынсыҡтарҙы бик ҡыйбатҡа һатырға мөмкин икәнен белеп, аптырашта ҡалдым. Тәүҙә ышанмай торҙом әле. Баҡһаң, коллекционерҙар, ысынлап та, үҙенсәлекле, һирәк осраған уйынсыҡтарға аҡсаларын йәлләмәй икән. Ҡытай пластигы түгел шул... Элекке ҡытлыҡ заманалары үтте. Бөгөн шыршы биҙәр уйынсыҡтар бөтөн ерҙә лә һатыла. У
СССР заманындағы уйынсыҡтарҙы бик ҡыйбатҡа һатырға була
10 января 202510 янв 2025
1
3 мин