Сәләмәт тормош алып барыу ниндәйҙер диета тотоу йәки спорт менән даими шөғөлләнеү тигәнде аңлатмай. Ул – тотош организмды һауыҡтырыуға йүнәлтелгән йәшәү рәүеше. Бының өсөн, әлбиттә, зыянлы ғәҙәттәр менән “дуҫ булмау”, көн тәртибен һаҡлау, ял итә белеү, физик йәһәттән әүҙем тормош алып барыу зарур. Һөҙөмтәлә кешенең һаулығы нығына һәм яҡшы иммунитет оҙаҡ йылдар тормош мәшәҡәттәренә ҡыуанып йәшәү мөмкинлеген бүләк итә. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, һәр йәштә лә кешенең сәләмәтлеге йәшәү рәүешенә бәйле. Тағы тирә-яҡ мөхит, нәҫел, һаулыҡ һаҡлау кимәле һәм кешенең үҙенең алып барған йәшәү рәүеше йоғонто яһай. Сәләмәт тормош алып барыу һөҙөмтәһендә кешенең иммунитеты нығына, тимәк, төрлө вируслы һәм йоғошло сирҙәр менән ауырыу осраҡтары кәмей. Тағы ғүмер оҙайлылығы күҙәтелә, кәйеф күтәренке була, хатта олоғайғанда ла яратҡан шөғөлөңә ваҡыт бүлеү мөмкинлеге арта. Шулай итеп, сәләмәт тормош алып барыуға түбәндәгеләр ҙур йоғонто яһай: спорт менән шөғөлләнеү; ваҡытында ял итеү; яҡшы туҡланыу; имму