Октябрьский ҡалаһындағы Еңеү паркында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған геройҙар иҫтәлегенә асылған мемориал биләмәне үҙгәртеп ҡороу эштәрен тамамланылар. Киңлекте үҙгәртеп ҡороу эштәре Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә, тип хәбәр итте Башҡортостандың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте. Эшселәр биләмәлә гранит плитәләр һалды һәм иҫтәлекле таҡталарҙы яңыртты. Социалистик урам яғынан мемориал алдында коляскалағы кешеләр һәм бәләкәй балаларын коляскала йөрөткән әсәйҙәр өсөн махсус урын булдырылған. Парктың төп сығыу һәм инеү яғынан, Чапаев урамы яғынан пандус барлыҡҡа килде. Өҫтәүенә биләмә яҡтыртылған. “Ҡалала йәшәүселәрҙең күбеһе өсөн мөһим булған урындың сынъяһауға әйләнеүен күреү һәйбәт. Быйыл төҙөкләндереү эштәрен тамамларға уйлайбыҙ”, - тип белдерҙе ҡала хакимиәте башлығы Алексей Пальчински