Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Тәүге ял онотолмаҫлыҡ булды

- Контракт буйынса ярты йыл хеҙмәт иткәндән һуң беренсе тапҡыр ялға ҡайтыу онотолмаҫлыҡ ваҡиға булды. Яңы йыл байрамын яҡындарың менән ҡаршылау, окоп шарттарын йорт мөхитенә алмаштырыу артабан хеҙмәт итеү өсөн ҙур көс өҫтәне, – тип иҫкә ала рядовой “Тарас”. – Миңә 41 йәш. Бишбүләк районының 1-се һәм 2-се урта мәктәптәрендә уҡығандан һуң Аксенов ауыл хужаығы техникумына умартасы һөнәренә уҡырға индем. Өс балам бар. Тәүҙә Себерҙә эшләнем, аҙаҡ Питерҙа, Мәскәүҙә, Адыгея Республикаһында хеҙмәт юлын дауам иттем. Рәсәй Оборона министрлығы менән былтыр 27 июндә контракт төҙөнөм. Алчевск ҡалаһындағы хәрби часҡа оҙаттылар. Махсус тәғәйенләнештәге үҙ йөрөшлө “САГ” артиллерия гаубицаларын хеҙмәтләндереүсе “Әхмәт” подразделениеһына эләктем. Бында Башҡортостан егеттәре лә хеҙмәт итә. Беҙ ошо ваҡыт эсендә Мәскәү өлкәһе, Чечня, Сыуаш, Дағстан республикалары, Пенза, Белгород хәрбиҙәре менән дуҫлаштыҡ. Бергәләп атырға, миналарҙы зарарһыҙландырырға өйрәндек. Кинәт кенә беҙҙе Рәсәйҙәге Щебекиноға кү

- Контракт буйынса ярты йыл хеҙмәт иткәндән һуң беренсе тапҡыр ялға ҡайтыу онотолмаҫлыҡ ваҡиға булды. Яңы йыл байрамын яҡындарың менән ҡаршылау, окоп шарттарын йорт мөхитенә алмаштырыу артабан хеҙмәт итеү өсөн ҙур көс өҫтәне, – тип иҫкә ала рядовой “Тарас”. – Миңә 41 йәш. Бишбүләк районының 1-се һәм 2-се урта мәктәптәрендә уҡығандан һуң Аксенов ауыл хужаығы техникумына умартасы һөнәренә уҡырға индем. Өс балам бар. Тәүҙә Себерҙә эшләнем, аҙаҡ Питерҙа, Мәскәүҙә, Адыгея Республикаһында хеҙмәт юлын дауам иттем. Рәсәй Оборона министрлығы менән былтыр 27 июндә контракт төҙөнөм. Алчевск ҡалаһындағы хәрби часҡа оҙаттылар. Махсус тәғәйенләнештәге үҙ йөрөшлө “САГ” артиллерия гаубицаларын хеҙмәтләндереүсе “Әхмәт” подразделениеһына эләктем. Бында Башҡортостан егеттәре лә хеҙмәт итә. Беҙ ошо ваҡыт эсендә Мәскәү өлкәһе, Чечня, Сыуаш, Дағстан республикалары, Пенза, Белгород хәрбиҙәре менән дуҫлаштыҡ. Бергәләп атырға, миналарҙы зарарһыҙландырырға өйрәндек. Кинәт кенә беҙҙе Рәсәйҙәге Щебекиноға күсерҙеләр. Аҙаҡ был ҡораллы экстремистарҙың Курск өлкәһенә баҫып инеүе менән бәйле булыуы асыҡланды. Уны бында үҙ йөрөшлө “Урал” йөк машинаһына водитель итеп күсерәләр. Көн һайын яҡташыбыҙ алғы һыҙыҡҡа боеприпастар, снарядтар ташый, хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. 2024 йылдың 26 ноябрендә уҡсылар полкы командиры “Тарас”ты хеҙмәт бурыстарын үтәүҙәге уңыштары өсөн грамота менән бүләкләй. – Һуңғы ваҡытта беҙҙең подразделение дошман көстәрен ҡыҫырыҡлап сығара-сығара, алға табан йүнәлеүен дауам итә, – ти яугир. – Мин ялымдың байрам менән тап килеүенә бик ҡәнәғәтмен. Дуҫтарым менән осраштым. Һөйөклө әсәйем, яҡындарым иҫән-һау еңеү менән әйләнеп ҡайтыуымды көтә. Мин матди һәм рухи ярҙам күрһәткән яҡташтарымдың һәр береһенә рәхмәтлемен. Бөтәгеҙгә лә тыныс күк йөҙө, сәләмәтлек теләйем. 2025 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын тантаналы билдәләгән мәлдә, еңеү менән ҡайтырыбыҙға, илебеҙҙе фашизмдан азат итеүгә ҙур өмөт бағлайым! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Контракт төҙөгән һәр кем тәүге хеҙмәт йылында 4 520 000 һум аҡса аласаҡ. Бөтә контрактниктарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу төр льгота ҡаралған. Владимир СМОЛОВ фотоһы. https://svetput.ru/news/obshchestvo/2025-01-15/zhelayu-mirnogo-neba-4084480