“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, былтыр март айында Саҡмағош үҙәк район дауаханаһына яңы флюорограф алынды. Ҡорамалды урынлаштырғандан һуң унда алты меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән. Флюорография - тын алыу ағзалары сирҙәрен диагностикалауҙа иң тәьҫирле ысулдарҙың береһе. Ваҡытында процедура үтеү, мәҫәлән, диспансерлаштырыу йәки медицина тикшеренеүҙәре мәлендә, патологияларҙы һәм шештәрҙе иртә стадияла асыҡларға ярҙам итәсәк. 2024 йылда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса республиканың медицина учреждениелары өсөн дүрт мең берәмек ҡорамал алынды. Бынан тыш, туғыҙ һаулыҡ һаҡлау объектына капиталь ремонт яһалды, 135 модулле конструкция урынлаштырылды. 2025 йылдан башлап “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм