Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Быйыл 94 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк

Башҡортостан Республикаһында 94 йәмәғәт урыны билдәләнгән, улар 2025 йылда «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә төҙөкләндереләсәк. Бүленгән сығымдарҙың дөйөм күләме – 1,2 миллиард һумдан ашыу. Был хаҡта төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр. Республиканың муниципаль райондарының административ үҙәктәрендәге йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә айырыуса иғтибар бүленәсәк. Ошоноң менән бәйле финанслау тәртибе үҙгәртелә: әгәр былтыр дөйөм сығым күләменең 70 проценты - ҡалаларға, ә 30 проценты ауыл биләмәләренә бүленһә, 2025 йылда ҡалаларға - 56 процент, ә ауыл биләмәләренә 44 процент бүленәсәк. «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса төҙөкләндерелгән объекттарҙы халыҡ үҙе Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреү сиктәрендә һайлай. 2024 йылда биләмәләрҙе һайлап алыу буйынса тауыш биреүҙә Башҡортостандан 974 мең кеше ҡатнашты. Республика илдә тауыш бир

Башҡортостан Республикаһында 94 йәмәғәт урыны билдәләнгән, улар 2025 йылда «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә төҙөкләндереләсәк. Бүленгән сығымдарҙың дөйөм күләме – 1,2 миллиард һумдан ашыу. Был хаҡта төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр. Республиканың муниципаль райондарының административ үҙәктәрендәге йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә айырыуса иғтибар бүленәсәк. Ошоноң менән бәйле финанслау тәртибе үҙгәртелә: әгәр былтыр дөйөм сығым күләменең 70 проценты - ҡалаларға, ә 30 проценты ауыл биләмәләренә бүленһә, 2025 йылда ҡалаларға - 56 процент, ә ауыл биләмәләренә 44 процент бүленәсәк. «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса төҙөкләндерелгән объекттарҙы халыҡ үҙе Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреү сиктәрендә һайлай. 2024 йылда биләмәләрҙе һайлап алыу буйынса тауыш биреүҙә Башҡортостандан 974 мең кеше ҡатнашты. Республика илдә тауыш биреүселәр һаны буйынса лидер булып тора. 2019 йылдан Башҡортостанда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты буйынса 806 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелде. Был маҡсатҡа бөтәһе 8,2 миллиард һум йүнәлтелде, шуларҙың 90 проценты – федераль аҡса. 2024 йылда республикала 123 йәмәғәт киңлеге тәртипкә килтерелде, шуларҙың 71-е – ҡалаларҙа һәм 52-һе - ауылдарҙа.