21 ғинуарҙан 5 февралгә тиклем IТ-компаниялар хеҙмәткәрҙәре “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша армияла хеҙмәт итеү ваҡытын кисектереп тора ала. Бындай ярҙам сараһы Рәсәй Хөкүмәте тарафынан илдә мәғлүмәт технологиялары тармағының тиҙләтелгән үҫешен тәьмин итеү өсөн раҫланды. – Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, армияла хеҙмәт итеү ваҡытын кисектереүҙән Рәсәй гражданлығына эйә һәм нормаль эш көнө оҙайлығы менән хеҙмәт килешеүе буйынса эшләүсе 18 йәштән 30 йәшкә тиклемге IТ-белгестәр файҙалана ала, –тип билдәләне республиканың дәүләт идаралығы һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин. Заявка биреү өсөн билдәләнгән исемлек буйынса юғары белемгә эйә булыу һәм аккредитацияланған IТ-компанияларҙа эш стажының йыл дауамында саҡырыу датаһына тиклем 11 айҙан да кәм булмауы мөһим. Компания 2025 йылдың 9 февраленә тиклем аккредитацияланған булырға тейеш. Вузды тамамлағандан һуң йыл дауамында эшкә урынлашҡандарға стажға булған талаптар ҡағылмай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, элек IТ-компаниялар өсөн стартап реестры төҙөлгәйне.