Башҡортостанда Еңеү юбилейына алты меңдән ашыу ветеранға Владимир Путин указы буйынса түләүҙәр атҡарыласаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Билдәләнеүенсә, ветерандарға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата дәртләндереү 2025 йылдың апрель – майында түләнәсәк. Шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә уларҙы юбилей миҙалы менән бүләкләйәсәктәр. Миҙалда Рейхстаг бинаһына Еңеү байрағын ҡаҙаған һалдат һүрәтләнгән. – Башҡортостанда әле 120 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәм инвалид, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бәлиғ булмаған 44 концлагерь тотҡоно һәм алты меңдән ашыу тыл хеҙмәтсәне йәшәй. Улар - батырлығы, ҡаһарманлығы, Ватанға тоғролоғо менән бөгөнгө яугирҙәребеҙҙе рухландырыусы кешеләр. Дәүләт Башлығы билдәләүенсә, ветерандар Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы байрамында төп ҡатнашыусылар буласаҡ, – тип һөйләне Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәй Пр