Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Ҡунаҡҡа“ инеп сыға алаһығыҙ!

Хәҙер күп фатирлы йорттоң торлаҡ биналары хужалары үҙҙәренең күсемһеҙ милкенә улар ышанып тапшырған кешеләргә иҫәп-хисаптарҙы түләү, идара итеүсе ойошмаға ғаризалар ебәреү өсөн инеү мөмкинлеген бирә ала. Ҡушымтала сит кешенең күсемһеҙ милкенә идара итеү мөмкинлеге милексенең рөхсәт биреүе сиктәрендә эшләнә. Бының өсөн сит кешенең “Дәүләт хеҙмәттәрендәге”аккаунты менән бәйле телефоны, шулай уҡ хужаның һәм ҡунаҡтың телефонында ҡуйылған ҡушымта талап ителә. Милексе ҡунаҡҡа инеүҙе раҫлағандан һуң, уның ҡушымтаһында автомат рәүештә “Ҡунаҡҡа инеү” билдәһе менән яңы объект барлыҡҡа килә. Хужа теләһә ҡайһы ваҡытта был хеҙмәтте туҡтата, ә ҡунаҡ бирелгән функционалдан баш тарта ала. Бынан тыш, хәҙер ҡушымта шәхси торлаҡ йорттар, шул иҫәптән блок ҡуйылған төҙөлөш йорттары хужаларына ла асыҡ. Бындай йорттар Рәсәйҙә 17 миллиондан ашыу, ә Башҡортостан Республикаһында 750 меңгә яҡын иҫәпләнә. Уларҙың хужаларына иҫәп-хисап күрһәтмәләрен тапшырыу, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү, ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларға һәм ҡушымтаға ярҙам итеү хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге буласаҡ. Улар шулай уҡ туғандарына һәм торлаҡты ҡуртымға алыусыларға “ҡунаҡҡа инеү” мөмкинлеген бирә ала. Республика биләмәһендә ҡушымтаны ҡулланыусылар һаны 230 меңдән ашыу кеше тәшкил итә. Бер йылда фатир хужалары идара итеүсе һәм ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларға 150 меңдән ашыу шәхси һәм биш мең коллектив заявка биргән, 330 меңдән ашыу торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү башҡарған. Яңы функциялар менән файҙаланыу өсөн ҡушымтаны 3.8.0 версияһына тиклем яңыртырға йәки уны RuStore, AppStore, Google Play һәм AppGallery-нан, йәки https://www.gosuslugi.ru/mp_dom һылтанмаһы буйынса күсереп алырға кәрәк. Авторизация дәүләт хеҙмәттәре порталында раҫланған иҫәп яҙмаһы аша башҡарыла. Күсемһеҙ милек, иҫәп-хисап приборҙары һәм иҫәп-хисап тураһында мәғлүмәттәр автомат рәүештә барлыҡҡа киләсәк. Мәғлүмәт булмағанда ғариза бирергә мөмкин һәм идара итеүсе ойошма мәғлүмәттәрҙе актуалләштерәсәк. Фото: sibay.bashkortostan.ru