Башҡортостанда биш йыл эсендә “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһын финанслауҙың дөйөм күләме яҡынса 9,4 миллиард һум тәшкил иткән, шуның 5,4 миллиард һумын федераль бюджеттан йәлеп итергә мөмкин булған. Был хаҡта Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә вице-премьер - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. Ошо ресурстар ярҙамында 539 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидиялар алды, 204 ғаилә өсөн ҡуртым килешеүе буйынса бирелгән йорттар төҙөлдө. Муниципалитеттарҙа ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса 240 проект ғәмәлгә ашырылды, шул иҫәптән 16 балалар һәм 12 спорт майҙансығы, 16 ял паркы һәм сквер төҙөлдө, 20 урамды яҡтыртыу объекты булдырылды һәм 2 меңдән ашыу ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу майҙансыҡтары йыһазландырылды. Бынан тыш, 38,5 саҡрым юл һалынды, 66,5 саҡрым газ һәм 116,4 саҡрым һыу үткәргес үткәрелде. Шулай уҡ ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү проекттары буйынса 26 объект сафҡа индерелде һәм туғыҙ комплекслы торлаҡ т