Күрше республикала Башҡортостандан 54 һәм 56 йәшлек ирле-ҡатынлы үҙҙәренең Opel еңел автомобилендә поезд аҫтында ҡала. Урыҫсы һәм Ютаза станциялары араһында тимер юлы аша сыҡҡанда ни сәбәптәндер локомотив менән бәрелешәләр. Һөҙөмтәлә икеһе лә етди зыян күрә: баш мейеһе һелкенеүе, йөҙ йәрәхәттәре алалар. Яралары етди булыуға ҡарамаҫтан, ир кеше дауаханаға барыуҙан баш тарта. Ә ҡатынды табиптар алып китә. Тимер юл аша сыҡҡан ерҙә сигнализация теүәл эшләгән була. Күрәһең, өлгөрөрбөҙ тип уйлап яңылышҡандар. Тимер юлында айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Поезд тиҙ генә туҡтай алмай. Был осраҡта бәрелеш тә көслө, ахыры ла йышыраҡ үлемесле була. Фото: Волга буйы транспорт прокуратураһының матбуғат хеҙмәте.