Рәсәй Президенты Владимир Путин илдә “Ватанды һаҡлаусылар йылын үткәреү тураһында”ғы указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ норматив хоҡуҡи акттар порталында баҫылған. Рәсәй Президенты шулай уҡ инициативаны тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы комитет һәм дирекция ойошторорға ҡушты. "2025 йылда Рәсәй Федерацияһында Ватанды һаҡлаусылар йылын үткәрергә ҡарар итәм", — тиелә указда. Документта Ватанды һаҡлаусылар йылын үткәреүҙең маҡсаты тарихи хәтерҙе һаҡлау тип билдәләнә. Ул 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Владимир Путин шулай уҡ үҙенең хакимиәтенә төп сараларҙы үткәреү планын әҙерләргә, ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле финанслау күләмен билдәләргә ҡушты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йыл аҙағында Дәүләт Советы ултырышында Владимир Путин Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылын үткәреү тураһындағы тәҡдимен әйткәйне. Фото сығанағы: culture.ru.
“Ватанды һаҡлаусылар йылын үткәреү тураһында” указ сыҡты
18 января 202518 янв 2025
~1 мин