Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Үҙенсәлекле ял базаһы төҙөргә теләгем бар ине

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан туризм тармағын үҫтереүҙә ҙур үҫеш яһаны. Әгәр 2018 йылда республикаға туристар ағымы 1,169 миллион кеше тәшкил итһә, 2023 йылда – 2,2 миллион (2022 йылға +14 процент). Республика “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проектын (национальный проект "Туризм и гостеприимство") уңышлы тормошҡа ашыра, ә турист инфраструктураһын үҫтереү өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе булып тора. Башҡортостан Хөкүмәте мәғлүмәттәре буйынса, был маҡсатҡа 2023 йылда 1,5 миллиард һум федераль саралар йәлеп ителгән. Капиталь объекттар төҙөүҙән тыш, республикала глэмпингтар киң тарала: тиҙ төҙөлә торған модулле биналар туристарға матур тәбиғәт ҡосағында ҡунаҡхана кимәлендәге уңайлылыҡты тәьмин итергә мөмкинлек бирә. Глэмпингтар – туризмды һәм тотош республика иҡтисадын үҫтереүгә ярҙам итә. Туристарға яңы урындар күрһәтеү мөмкинлеге биргән глэмпингтар һәм кемпингтар арта бара. Мәҫәлән, 2023–2024 йылдарҙа туристар өсөн 600-ҙән ашыу урын булдырылған, әле ошо өлкәлә 400-ҙән ашыу проект әҙерләүҙең тө

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан туризм тармағын үҫтереүҙә ҙур үҫеш яһаны. Әгәр 2018 йылда республикаға туристар ағымы 1,169 миллион кеше тәшкил итһә, 2023 йылда – 2,2 миллион (2022 йылға +14 процент). Республика “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проектын (национальный проект "Туризм и гостеприимство") уңышлы тормошҡа ашыра, ә турист инфраструктураһын үҫтереү өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе булып тора. Башҡортостан Хөкүмәте мәғлүмәттәре буйынса, был маҡсатҡа 2023 йылда 1,5 миллиард һум федераль саралар йәлеп ителгән. Капиталь объекттар төҙөүҙән тыш, республикала глэмпингтар киң тарала: тиҙ төҙөлә торған модулле биналар туристарға матур тәбиғәт ҡосағында ҡунаҡхана кимәлендәге уңайлылыҡты тәьмин итергә мөмкинлек бирә. Глэмпингтар – туризмды һәм тотош республика иҡтисадын үҫтереүгә ярҙам итә. Туристарға яңы урындар күрһәтеү мөмкинлеге биргән глэмпингтар һәм кемпингтар арта бара. Мәҫәлән, 2023–2024 йылдарҙа туристар өсөн 600-ҙән ашыу урын булдырылған, әле ошо өлкәлә 400-ҙән ашыу проект әҙерләүҙең төрлө стадияларында. Былтыр тағы ла ике тиҫтәнән ашыу бизнес-проект туризм индустрияһы субъекттарына гранттар биреү конкурсында еңеүсе булды. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты буйынса был проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 84 миллион һумдан ашыу федераль аҡса бүленгән. Туризм инфраструктураһын үҫтереү – Башҡортостан өсөн көнүҙәк бурыс, сөнки элек туризмды үҫтереүгә урынлашыу, йәшәү урындарының етешмәүе тотҡарланы. 2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эске туризмды үҫтереүгә арналған кәңәшмәлә республикала турист инфраструктураһының торошона иғтибар итте. “Беҙ үҙенсәлекле туризм ҡеүәтенә эйәбеҙ, әммә инфраструктуранан, мәғлүмәт таратыуҙан башлап, ул талаптарға яуап бирмәй. Беҙҙә, ысынлап та, күрһәтерлек урындар бар, әммә уларҙы үҫтереү өсөн ваҡыт кәрәк буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта беҙгә булғанды йөкмәтке менән тулыландырырға кәрәк”, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Әлеге ваҡытта республикала туризмды ошо йүнәлештә үҫтереү эше алып барыла. Белорет районында командировкала булған саҡта бер нисә кэмпинг, глэмпинг менән танышҡанда ошо ыңғай үҙгәрештәр барғанын күрҙек – гранттар ярҙамында яңы заманса объекттар төҙөлә һәм ғәмәлдәге базалар киңәйтелә. Мәҫәлән, Сосновка ауылы янында Ағиҙел йылғаһы буйында террасалары һәм мангал биләмәһе булған 12 йортто үҙ эсенә алған “Борвиха” ял базаһы төҙөлә. Уның хужаһы – йәш эшҡыуар Илья Анатольевич Урцев. Ул сығышы менән Белорет ҡалаһынан. Ҡалалағы 1-се мәктәпте тамамлағас, электрик һөнәренә уҡып сыға. Ҡыйыу, эшсән, алдынғы ҡарашлы егет, шәхси предприятие асып, кеҫә телефондарын һатыу һәм ремонтлау эшенә тотона. – Һәр ваҡыт сәйәхәт итергә яраттым. Башҡортостанды, Белорет районындағы Ирәмәл, Яланғас һәм башҡа тауҙарҙы гиҙеп сыҡтым. Морат тау саңғыһы үҙәге эргәһендә ҡунаҡ йорттарым бар, улар йыл әйләнәһенә эшләй. Үҙенсәлекле ял базаһы төҙөргә теләгем бар ине. “Борвиха” кэмпингы урынлашҡан урында элек “Чайка” лагеры булды. Мәктәптә уҡығанда йыл һайын унда ял итә инем. Үҙем спортты яратам, саңғыла йөрөйөм. Осраҡлы рәүештә генә “Чайка” лагерын өс миллион һумға һатыуҙары тураһында яңылыҡты күреп ҡалдым. Элекке лагерҙан бер нәмә лә ҡалмаған, емерек биналар ғына һерәйеп ултыра ине, – тип һөйләне эшҡыуар. Илья Урцев тәүҙә үҙ көсө менән эшкә тотонорға уйлай, әммә грант алыу, программаларҙа ҡатнашыу мөмкинлеге булыуы тураһында белгәс, ошо ярҙамдан файҙаланырға ҡарар итә һәм ҡаланың Пушкин урамында урынлашҡан “Свой бизнес” үҙәгенә бара. Үҙәктең хеҙмәткәрҙәре “Эске туризмды үҫтереү” программаһында ҡатнашыу өсөн документтар әҙерләүҙә ярҙам итә. Һөҙөмтәлә эшҡыуар дәүләттән 4,8 миллион һум ярҙам ала һәм шул уҡ күләмдә үҙенең аҡсаларын ял базаһын төҙөүгә йүнәлтә. Ярты йылға яҡын төҙөлөш эштәрен электр генераторы ярҙамында башҡара. Бер аҙҙан һыу, электр уты менән тәьмин итеү, инженер системаларын төҙөү эштәрен атҡарып сыға. Шулай итеп, бер миҙгелдә алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшеп, июлдә тәүге туристарҙы ҡабул итә. – Проект буйынса “Борвиха”ла 12 йорт буласаҡ. Этаплап бар биналарҙы ла төҙөп бөтәсәкбеҙ, мунса ла, кафе ла, йәғни барлыҡ уңайлыҡтар буласаҡ, – тип белдерҙе Илья Урцев. Йәш эшҡыуар менән танышҡандан һуң уның үҙ эшен яратып башҡарыуына, үҫешкә ынтылып йәшәүенә һоҡландым. Бына кемдәрҙән өлгө алырға кәрәк! Рәмилә МУСИНА фотолары.