Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Балыҡ ҡап, боҙ өҫтөнә ялтырап ят!

Хәйбулла районының Ҙур Арыҫланғол (Сик) ауылында клуб, ауыл ҡатын ҡыҙҙар советы, Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәте менән берлектә ҡышҡы балыҡ тотоу ярышы ойошторолдо. Саф һауа, ҡышҡы матурлыҡ барыһының да күңелдәрен күтәрҙе, шуға ла ярыш дәртле барҙы. Һөҙөмтәлә Вәлит Аралбаев иң ҙур һәм иң күп балыҡ тотоусы тип табылды. Хәйбулла Ильясов боҙҙо иң етеҙ тишеүсе булһа, иң өлкән балыҡсы, Вәкил Асҡаров билдәләнде, иң бәләкәй балыҡ тотоусы Ғилмитдин Әмиров булды. Ярыш һуңында барыһы ла ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары әҙерләгән тәмле балыҡ һурпаһын ауыҙ итте. Әйткәндәй, Хәйбулла районында һәр ял көндәре бына шулай шәп һәм файҙалы үтә. Ә һеҙҙең яҡтарҙа ниндәй ярыштар ойошторола? Ошо хаҡта фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине. Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан