Беҙгә килгән ҡатынды, ул үҙен Сабира тип таныштырҙы, ирҙәр ҡарамаҫлыҡ тип һис тә әйтмәҫ инем. Ныҡ оҙон да, ҡыҫҡа буйлы ла түгел, килешле матур кәүҙәһе шунда уҡ үҙенә магнит шикелле тарта. Әҙ генә ҡыҫыҡ күҙҙәр, ҡалын ирендәр, еңелсә күренгән ҡырлы танау, ике яҡ сикәһенең ҡыҙарып тороуы был ханымға икеләтә, хатта унлата матурлыҡ өҫтәй. Ә һуң, яулығы менән ҡаплаһа ла, бәләкәс кенә булып күренгән күкрәктәр... Ҡыҫҡаһы, төҫ-башҡа бик матур ғына. Һөйләшеүе тиһеңме, хәбәр һөйләмәй, ә йырлай, әйтерһең дә, унан моң ағыла... Сабираны ниндәй аһ-зар йөрөткәнен беләһегеҙме? Шундай һылыуҡайҙы ире ташлап киткән. Ярай, әгәр ҙә Әҙел берәй йәш ҡыҙға өйләнһә, яҡлашмаҫ та йәки адвокат роленә инмәҫ тә инек. Кемгә-кемгә, ә элекке кәләшенән генә түгел, үҙенән дә бер нисә йәшкә өлкән бисәгә эҫенеп киткән. Аптырамаҫлыҡ та түгел шул. ...Сабира менән Әҙел яратышып өйләнешкән, 25 йәшлек егет үҙенән биш йәшкә кесе ҡыҙҙы кәләш итеп алған. Туй бер аҙна дауам иткән, кемдәр генә ҡотламаған да, ниндәй генә матур теләктә