БР Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үткән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ултырышында 2024 йылда граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу йомғаҡтары иғлан ителде. Былтыр граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан алдағы алты йылға (2024-2030 йылдарға) күсереү буйынса адреслы программа ҡабул ителде, тип билдәләне Премьер-министр. Программа 227 мең квадрат метр майҙанда 565 авария хәлендәге йортто үҙ эсенә ала. 15 мең самаһы граждан күсерелергә тейеш. - Программа алты этапта тормошҡа ашырыласаҡ. Беренсе этап сиктәрендә былтыр Өфөлә һәм Бөрөлә ете йорт күсерелгән. Был маҡсатҡа 134 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, - тип билдәләне Андрей Назаров. Ултырышта шулай уҡ 2024 йылда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде һәм 2025 йылдың I кварталына төп бурыстар билдәләнде. Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү өлкәһендәге программаларҙы тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бүленә, тип билдәлә