Хөрмәтле православие динен тотоусылар! Һеҙҙе яҡты Раштыуа байрамы менән ихлас ҡотлайым! Был үҙенсәлекле көн бөтә мәсихселәрҙе лә берләштерә, иң йәшерен теләктәребеҙҙең тормошҡа ашыуына өмөт бирә, йөрәктәребеҙҙе мөхәббәт һәм шәфҡәтлелек менән тултыра, изгелектең яуызлыҡты еңеүенә ышаныс уята. Бөгөн Ватаныбыҙ өсөн ошо еңел булмаған осорҙа диндарҙарҙың берҙәмлегендә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә, Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә йәшәүселәргә берлектәге ярҙам күрһәтеүҙә күрһәткән халҡыбыҙҙың иң яҡшы сифаттары - сыҙамлыҡ, үҙ-ара ярҙам һәм мәрхәмәт тулы күләмдә асыла. Рус Православие сиркәүенең Башҡортостан митрополияһы башҡа конфессиялар вәкилдәре менән бергә республикала рухи-әхлаҡи һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, бай тарихи һәм мәҙәни мираҫты һаҡлауға тос өлөш индерә, йәштәргә патриотик тәрбиә биреүҙә дөрөҫ йүнәлеш бирә. Раштыуа байрамы күптәребеҙ өсөн - ғаилә усағы йылыһы, яҡындарыбыҙ иғтибары һәм хәстәрлеге менән һуғарылған ысын мәғәнәһендә ғаилә байрамы. Һә