Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Әсәйем менән ике йыл һөйләшмәйбеҙ

“Бына инде ике йыл бер ауылда, ун ике өй аша йәшәп, әсәйем менән аралашмайбыҙ. Уның холҡо ауыр. Үҙем клуб хеҙмәткәре булып эшләйем, хеҙмәтем бик тынғыһыҙ. Әсәйем ошоғаса һыйыр аҫраны. “Мал ҡарау ауыр” тип мыжығас, һыйырын үҙебеҙгә алырға ҡарар иттек. “Һөтөн, майын, ҡаймағын килтереп торорбоҙ”, – тип саҡ ризалаштырҙыҡ. Бынан ике йыл элек үҙем етәкләгән ансамбль менән сит өлкәлә халыҡ ижады фестивалендә ҡатнаштыҡ. Юл менән бергә өс-дүрт көн ваҡыт үтте. Иремә һыйырҙы һауып, әсәйгә сәйлек һөт алып барып тор, тиһәм дә, тыңламаған, быҙауҙы “эшкә ҡушҡан”. Исмаһам, барып хәлен дә белмәгән. Фестивалдән ҡайтып, күстәнәстәр менән әсәй янына барып инеүем булды, ул мине әрләй башланы. Баҡтиһәң, “мин донъяһында эше булмаған ялҡау, йырлап-бейеп тик йөрөгән еңел-елпе ҡатын” икәнмен. Был һүҙҙәргә шул тиклем хәтерем ҡалды. Мин дә буш ҡалманым, бик ҡаты итеп һүҙгә килештек. Бына шул көндән башлап аралашмайбыҙ. Һыйырын да кире алып барып бирҙек. Хәҙер урамда осрағанда һаулыҡ һорашһам, сәләмемде алмай, күр

“Бына инде ике йыл бер ауылда, ун ике өй аша йәшәп, әсәйем менән аралашмайбыҙ. Уның холҡо ауыр. Үҙем клуб хеҙмәткәре булып эшләйем, хеҙмәтем бик тынғыһыҙ. Әсәйем ошоғаса һыйыр аҫраны. “Мал ҡарау ауыр” тип мыжығас, һыйырын үҙебеҙгә алырға ҡарар иттек. “Һөтөн, майын, ҡаймағын килтереп торорбоҙ”, – тип саҡ ризалаштырҙыҡ. Бынан ике йыл элек үҙем етәкләгән ансамбль менән сит өлкәлә халыҡ ижады фестивалендә ҡатнаштыҡ. Юл менән бергә өс-дүрт көн ваҡыт үтте. Иремә һыйырҙы һауып, әсәйгә сәйлек һөт алып барып тор, тиһәм дә, тыңламаған, быҙауҙы “эшкә ҡушҡан”. Исмаһам, барып хәлен дә белмәгән. Фестивалдән ҡайтып, күстәнәстәр менән әсәй янына барып инеүем булды, ул мине әрләй башланы. Баҡтиһәң, “мин донъяһында эше булмаған ялҡау, йырлап-бейеп тик йөрөгән еңел-елпе ҡатын” икәнмен. Был һүҙҙәргә шул тиклем хәтерем ҡалды. Мин дә буш ҡалманым, бик ҡаты итеп һүҙгә килештек. Бына шул көндән башлап аралашмайбыҙ. Һыйырын да кире алып барып бирҙек. Хәҙер урамда осрағанда һаулыҡ һорашһам, сәләмемде алмай, күрмәмеш була. Әсәйемдең холҡо бик ауыр, гел кешене ғәйепләргә ярата, ә үҙе, йәнәһе, аҡтан-аҡ, пактан-пак инде. Өлкән ҡыҙыма гел генә әйтә килде: "Кейәүгә сыҡһаң, ошо электр самауырын һиңә бирәм", - тип. Бирҙе тип уйлайһығыҙмы? Юҡ шул. Миңә үс итеп, ҡустымдың ҡыҙына тотторған. Һанай, иҫләй башлаһаң, ошоноң ише миҫалдар күп инде ул... Аңлайым: былай йәшәү дөрөҫ түгел... Ауыл ере бит – кемдең нисек тын алғаны үтәнән-үтә күренеп тора. Кешенән оят... Әсәйем менән араны нисек яйларға икән? Ғәйепле булмаһам да, барып ғәфү үтенергәме?” Розалия исемле ҡатындың яҙмаһынан. Нәсих Хәлисов фотоэтюды.