Кисә Баймаҡ районында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әблүзин Ғәйзулла Мөхәмәт улы үҙенең 99-сы тыуған көнөн билдәләне. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә. "Ғәйзулла Мөхәмәт улы - ныҡлыҡ, батырлыҡ һәм көслө ихтыяр өлгөһө. Ул ауыр һынауҙар аша үткән, әммә яҡшыға һәм киләсәккә ышанысын юғалтмаған. Хатта үҙенең оло йәшендә лә ул әүҙем һәм ҡыҙыҡһыныусан булып ҡала, аралашырға һәм яңылыҡтар менән танышырға ярата. Ғәйзулла Мөхәмәт улын Тыуған көнө һәм Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ! Уға оҙон һәм бәхетле ғүмер, ныҡлы һаулыҡ һәм шатлыҡ теләйбеҙ!"- тип яҙған Азамат Иҙрисов. Дәһшәтле йылдарҙың тере легендаһы – Ғәйзулла Әблүзинде баймаҡтар яҡшы белә. Ул йәш быуында илһөйәрлек һәм ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында мәктәптәрҙә уҡыусылар менән төрлө осрашыуҙарҙа, батырлыҡ дәрестәрендә йыш була, район тормошонда әүҙем ҡатнаша. Яугирҙең һәләк булыуы тураһында туғандарына “ҡара ҡағыҙ” килеүгә ҡарамаҫтан, ветеран әле лә сафта, Аллаһы Тәғәләгә