Күп дин әһелдәре ноҡот һалыу ярамай тиһә, икенселәре диндә ноҡот һалыу тыйылмай тиҙәр. Әммә халҡыбыҙҙа элек- электән ноҡот һалыу булған, бар һәм буласаҡ та. Әммә уны кәрт һалыу менән бутарға ярамай. Төрлө райондарға командировкаларға сыҡҡанда һәр саҡ ҡыҙыҡлы шөғөлдәре булған, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен дауам иткән, им-том менән шөғөлләнгән кешеләр хаҡында һорашам, уларҙы табып, осрашырға тырышам. Был юлы ла Әбйәлил районының Амангилде ауылына барғанда ноҡот һалған Сара Вәлиева менән танышырға тура килде. Әйткәндәй, уның юрауҙары тура килә, ти ауылдаштары. Сара Зиннур ҡыҙы - Хәлил ауылы ҡыҙы. Амангилде ауылында тормошта, алты бала әсәһе. Тәүге тапҡыр ноҡотто туғыҙынсы класта уҡыған саҡта иптәш ҡыҙҙарының һорауы буйынса һала. "Алты йәштән бәпкә көткәндә һәр саҡ күрше Мөбинә инәй менән көтә инек. Инәй һәр саҡ ноҡот һалыр ине, кешеләр уны эҙләп күрше ауылдарҙан да килә торғайны. Уның һалғанын күреп, күңелемә һеңдереп үҫкәнмендер инде, күрәһең Был хәл һәр яҙ ҡабатлана ине. Туғыҙынсы к