Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“МТЗ-82” тракторы ауылда йәшәгән һәр бер ир-егеттең хыялы инде ул!

Быйылғы ҡыш бер яҡтан көтөлмәгәнсә йылы көндәре менән йә йырып сыҡҡыһыҙ ҡары менән аптырата. Көслө ҡар яуыуы, буран юл хужалығы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт хеҙмәткәрҙәренә бихисап мәшәҡәттәр өҫтәне. Ауыл халҡы ла ҡар таҙартып мәж килде. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Искәндәр Ғәзизов та ҡайныһына ҡунаҡҡа барғанда тракторҙа беренсе тапҡыр ҡар таҙартҡан. Иң мөһиме – ул был эштән бик ҡәнәғәт ҡалған. Ошо хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты. “Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы бар дуҫтар! Быйылғы ҡышта ҡар күп булырға оҡшаған! 1 ғинуарҙа – Яңы 2025 йылда беренсе тапҡыр трактор менән ҡар гөрҙөк. “МТЗ-82” тракторы ауылда йәшәгән һәр бер ир-егеттең хыялы инде ул! Барығыҙҙы ла Яңы 2025 йыл менән дуҫтар!” – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Искәндәр Ғәзизов. Фото: скрионшот. Искәндәр Ғәзизов видеояҙмаһы.