Бенин Республикаһы Башҡортостандан ит продукцияһын даими һатып алыусыға әйләнде, тип хәбәр итә Россельхознадзорҙың Башҡортостан Рспубликаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Респуликаның агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты маҡсаттарына ярашлы оҙатыла. Мәләүездән күркә итенән ризыҡтар етештереүсе иң эре предприятие декабрь уртаһында Африканың Бенин дәүләтенә 27 тонна туңдырылған ярымфабрикаттар оҙатты. Мәләүез тауар етештереүсеһе экспорт сертификацияһын үтте һәм “Цербер” ФДИС-в экспортерҙар Реестрына индерелде. Тауары Санкт-Петербургҡа автомобиль транспорты менән оҙатыла һәм артабан Африкаға диңгеҙ транспорты менән ебәрелә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, 2024 йыл башынан Башҡортостан Респбликаһынан предприятие Бенин Республикаһына дөйөм ауырлығы 54 тоннаға тиң булған күркә итенән дүрт партия ярымфабрикаттар оҙатҡан. Башҡортостан аграрийҙары һәм ауыл хужалығы мал аҙығын экспортҡа сығарыу географияһын киңәйткән. Декабрҙә Көйөргәҙе
Бенин Республикаһы беҙҙең етештереүселәрҙең тауарын һатып ала
5 января 20255 янв 2025
1 мин