Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан тауары һатып алған илдең бөтә талаптарына яуап бирә

Башҡортостан 2024 йылдың 11 айында Ҡытайға сөгөлдөр һығынтыһы экспортын 1,5 тапҡырға тиерлек арттырҙы. Йыл башынан республиканың шәкәр заводтары Ҡытай Халыҡ Республикаһына ауыл хужалығы малдары өсөн 33 мең тонна был мал аҙығы өҫтәмәһен экспортлаған, тип хәбәр иттеләр Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республика буйынса идаралығында. Төбәктең агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты маҡсаттарына ярашлы оҙаталар. Ҡытай Халыҡ Республикаһы баш таможня идаралығы талаптарына ярашлы шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеүҙең өҫтәмә тауары тулы күләмдә лаборатория тикшеренеүҙәре үтә. "Зарарлы карантин организмдарын тикшереү һөҙөмтәләре буйынса бер партияла ла асыҡланмаған. Башҡортостан тауары һатып алған илдең бөтә талаптарына яуап бирә", - тип билдәләнеләр Россельхознадзорҙа. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ғәмәлгә ашырылған "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын (национальный проект "Международная кооперация

Башҡортостан 2024 йылдың 11 айында Ҡытайға сөгөлдөр һығынтыһы экспортын 1,5 тапҡырға тиерлек арттырҙы. Йыл башынан республиканың шәкәр заводтары Ҡытай Халыҡ Республикаһына ауыл хужалығы малдары өсөн 33 мең тонна был мал аҙығы өҫтәмәһен экспортлаған, тип хәбәр иттеләр Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республика буйынса идаралығында. Төбәктең агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты маҡсаттарына ярашлы оҙаталар. Ҡытай Халыҡ Республикаһы баш таможня идаралығы талаптарына ярашлы шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеүҙең өҫтәмә тауары тулы күләмдә лаборатория тикшеренеүҙәре үтә. "Зарарлы карантин организмдарын тикшереү һөҙөмтәләре буйынса бер партияла ла асыҡланмаған. Башҡортостан тауары һатып алған илдең бөтә талаптарына яуап бирә", - тип билдәләнеләр Россельхознадзорҙа. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ғәмәлгә ашырылған "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Фото: 102.fsvps.gov.ru.