Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Он, көрпә, ярма һатып алған илдәрҙең талаптарына яуап бирә

Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы предприятиелары 2024 йылда 21 мең тоннаға яҡын иген эшкәртеү продукцияһы экспортҡа сығарған. Уны сит илгә оҙатыу күләме 50 процентҡа артҡан, был “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының бурыстарының береһе булып тора, тип хәбәр иттеләр төбәктең ауыл хужалығы министрлығында. Экспертиза һөҙөмтәләре буйынса, иген эшкәртеү тауарында зарарлы карантин организмдары һәм иген запастары ҡоротҡостары асыҡланмаған. Он, көрпә, ярма һатып алған илдәрҙең, шул иҫәптән Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Төркиә, Үзбәкстан талаптарына тап килә. Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, продукцияны донъяның ундан ашыу иле һатып алған. Сағыштырыу өсөн: уҙған йылдың ошо уҡ осоронда 13,2 мең тонна донъяның һигеҙ иленә экспортланған. Ағымдағы йылда республика предприятиелары 270 миллион долларға 530 мең тонна агросәнәғәт комплексы тауары экспортҡа сығарған. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты

Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы предприятиелары 2024 йылда 21 мең тоннаға яҡын иген эшкәртеү продукцияһы экспортҡа сығарған. Уны сит илгә оҙатыу күләме 50 процентҡа артҡан, был “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының бурыстарының береһе булып тора, тип хәбәр иттеләр төбәктең ауыл хужалығы министрлығында. Экспертиза һөҙөмтәләре буйынса, иген эшкәртеү тауарында зарарлы карантин организмдары һәм иген запастары ҡоротҡостары асыҡланмаған. Он, көрпә, ярма һатып алған илдәрҙең, шул иҫәптән Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Төркиә, Үзбәкстан талаптарына тап килә. Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, продукцияны донъяның ундан ашыу иле һатып алған. Сағыштырыу өсөн: уҙған йылдың ошо уҡ осоронда 13,2 мең тонна донъяның һигеҙ иленә экспортланған. Ағымдағы йылда республика предприятиелары 270 миллион долларға 530 мең тонна агросәнәғәт комплексы тауары экспортҡа сығарған. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға һәм Рәсәй тауарҙары экспортын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Автор фотоһы.