Найти в Дзене

Төндә автомобилдә йөрөгән йәштәр аварияға осраған

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Яңы йылдың беренсе көнө лә тыныс үтмәне. Мәғлүм булыуынса, 1 ғинуарҙа кис Сибай ҡалаһында “Renault Duster” автомобиле водителе, транспортҡа идараны юғалтып, йәйәүлеләр юлына сығып, аҙаҡ ағасҡа һәм шәхси йортҡа бәрелә. Автомобилдә дүрт пассажир була: ике йәш кеше һәм ике ҡыҙ. Ваҡиға урынында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләгән. Ҡотҡарыусылар килгәнгә тиклем үк йәрәхәттәр алған ике йәш кешене дауаханаға алып китәләр. Ҡотҡарыусылар ике ҡыҙҙы автомобилдән сығара һәм уларҙы ашығыс медицина ярҙамы бригадаһына тапшыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, егеттәрҙең береһе ашығыс медицина автомобилендә вафат булған. Водитель үҙе зыян күрмәгән. Фото: https://t.me/bdtprb/68166