Найти в Дзене

Иң ҡәҙерле балаларыбыҙҙың именлеген оноторға ярамай

Яңы йыл каникулы – ғаиләбеҙ менән күберәк ваҡыт үткәргән ваҡыт һәм был мәлдәрҙә иң ҡәҙерле балаларыбыҙҙың именлеген оноторға ярамай. Сәфәргә сыҡҡанда пассажирҙарығыҙ өсөн яуаплы булыуығыҙҙы иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Сабыйҙы машинаға ултыртҡанда, мотлаҡ балалар ултырғысын ҡулланырға кәрәк, үҙегеҙ ҙә хәүефһеҙлек ҡайышын ҡуйығыҙ. Автомобиль рулендә ҡышҡы юлда киҫкен уйланылмаған хәрәкәттәрҙән, ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығыуҙан тыйылығыҙ, ә автомобилдең хәрәкәт тиҙлеге һауа шарттарына тап килергә тейеш. Йәмәғәт транспорты туҡталыштарын, күмәк яңы йыл тамашаларын үткәреү урындарын һәм йәйәүлеләр үткәүелдәрен үткәндә айырыуса һаҡ булығыҙ. Кейемдә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтарҙы ҡулланығыҙ, йөрөү өсөн урындарҙы юл ситенән һайлағыҙ. Санала шыуыу, тюбинг, сноуборд һәм саңғыла шыуыу кеүек ҡышҡы ял итеү сараларын һайлағанда, уның тәғәйенләнгән урындарҙа үтеүен күҙәтергә кәрәк. – Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, пассажир балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен үтәүҙе тикшереү эшен дауам итәсәкбеҙ, балаларҙы юлға хәүефһеҙлек

Яңы йыл каникулы – ғаиләбеҙ менән күберәк ваҡыт үткәргән ваҡыт һәм был мәлдәрҙә иң ҡәҙерле балаларыбыҙҙың именлеген оноторға ярамай. Сәфәргә сыҡҡанда пассажирҙарығыҙ өсөн яуаплы булыуығыҙҙы иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Сабыйҙы машинаға ултыртҡанда, мотлаҡ балалар ултырғысын ҡулланырға кәрәк, үҙегеҙ ҙә хәүефһеҙлек ҡайышын ҡуйығыҙ. Автомобиль рулендә ҡышҡы юлда киҫкен уйланылмаған хәрәкәттәрҙән, ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығыуҙан тыйылығыҙ, ә автомобилдең хәрәкәт тиҙлеге һауа шарттарына тап килергә тейеш. Йәмәғәт транспорты туҡталыштарын, күмәк яңы йыл тамашаларын үткәреү урындарын һәм йәйәүлеләр үткәүелдәрен үткәндә айырыуса һаҡ булығыҙ. Кейемдә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтарҙы ҡулланығыҙ, йөрөү өсөн урындарҙы юл ситенән һайлағыҙ. Санала шыуыу, тюбинг, сноуборд һәм саңғыла шыуыу кеүек ҡышҡы ял итеү сараларын һайлағанда, уның тәғәйенләнгән урындарҙа үтеүен күҙәтергә кәрәк. – Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, пассажир балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен үтәүҙе тикшереү эшен дауам итәсәкбеҙ, балаларҙы юлға хәүефһеҙлек сараһын күҙәтмәйенсә сығарғанда бәхетһеҙ осраҡтарҙы булдырмау өсөн ҡар һырғалаҡтарын һәм боҙ өйөмдәрен тикшерәсәкбеҙ. Был саралар балаларҙың каникулын уңайлы һәм хәүефһеҙ итеү өсөн ойошторолған “Иғтибар-балалар!” операцияһы буйынса уҙғарыла, – тип белдерҙеләр республиканың ЮХХДИ идаралығынан. Фото: скриншот.