Ҡышҡы көндә йылы яҡҡа ял итергә барған туристар юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған. Таиландта экскурсиянан ҡайтып килгән Рәсәй туристары менән автобус аварияға эләккән. «Shot» телеграм каналы хәбәр итеүенсә, һәләкәт Паттаяға ингән ерҙә булған. 37 турист ултырған автобус тәүҙә - Toyota Fortuner автомобиленә, аҙаҡ бетон ҡоймаға бәрелгән. Автобустың алғы һул яҡ өлөшөнә зыян килгән, алғы тәҙрәһе ҡойолған. 27 кеше имгәнгән, улар - Рәсәй туристары һәм 74 йәшлек автобус водителе. Улар урындағы дауаханаға оҙатылған. Биш кешенең хәле айырыуса ауыр, тип хәбәр ителә. Юл хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре әле авария сәбәптәрен асыҡлай. Әгәр ҙә Таиландта ял итергә барған туғандарығыҙ булһа, улар менән бәйләнешкә инегеҙ, хәлдәрен белегеҙ. Фото һәм сығанаҡ: "Интертат"