Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса төбәктә мобиль элемтә һәм интернет сифаты буйынса Башҡортостан эшҡыуарҙарының фекере яҡшырған. Был "Һанлы иҡтисад" (нацпроект “Цифровая экономика”) милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды, тип хәбәр иттеләр республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан. Һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса бизнес вәкилдәре элемтә һәм интернетҡа инеү мөмкинлеген 4,65 балға баһалай. Былтыр был күрһәткес 4,53 балл тәшкил иткән. “Инвестиция порталында урынлаштырылған форма эшҡыуарҙарға бизнестың был өлкәләге ихтыяжын баһаларға һәм яҡшыртыу өсөн сара күрергә мөмкинлек бирә. Элемтә операторҙары һәм беҙҙең ведомствоның элемтә һәм интернетты үҫтереү өлкәһендәге эше арҡаһында ла ҡәнәғәтлек кимәле артты”, - тип билдәләне республика дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. Төбәктең инвестиция порталында телекоммуникация хеҙмәттәре сифаты менән ҡәнәғәт булыу тураһында онлайн-һорау алыуҙы аноним рәүештә үтергә мөмкин. Респонденттарға биш баллы ш