Туймазы ҡалаһында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (нацпроект “Жилье и городская среда”) буйынса үткәрелгән бөтә Рәсәй иң яҡшы проекттар конкурсында ҡатнашыу өсөн йәмәғәт биләмәһен һайлау буйынса тауыш биреү тамамланды. Октябрҙең 70 йыллығы урамындағы скверҙы төҙөкләндереү өсөн респонденттарҙың илле проценты тауыш биргән. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп бурыстарының береһе – ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырыу. Мили проект граждандарҙы үҙ ҡалаларын төҙөкләндереү мәсьәләләрен хәл итеүгә әүҙем йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш, милли проектың төп маҡсатлы күрһәткесе – йыл һайын 120 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырыуҙы тәьмин итеү һәм йыл һайын миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың май ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. https://xn--80aapampemcchfmo7a3c9ehj.xn--p1ai/news/v-gorode-tuymazy-v-bashkirii-vybrali-skver-dlya-blagoustroystva/