Найти в Дзене

Арыҫлан ауылында яңы медпункт асылды

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын (нацпроект “Здравоохранение”) тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районының Арыҫлан ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа килде. Элек ул ауыл биләмәһе клубы бинаһында урылашҡан һәм заманса талаптарға тап килмәгән булған. Яңы ФАП-та пациенттарҙы ҡабул итеү, процедура, прививка яһау, персоналдар өсөн кабинет, санузел, килгән пациенттарға көтә торған бүлмә бар. "Бина һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системаларына тоташтырылған, электр менән йылытыла, ә кабинеттар халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар һәм мебель менән йыһазландырылған", — ти Ҡырмыҫҡалы дауаханаһының баш табибы Феликс Сакаев. Яңы медицина учреждениеһында 404 кеше, шул иҫәптән 35 бала ярҙам ала аласаҡ. Бынан алда милли проект буйынса Башҡортостандың Асҡын районында тағы өс фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, Улар Упҡанкүл, Ҡарткиҫәк, Яңы Ҡара ауылдарында урынлашҡан. «Һаулыҡ Һаҡлау» милли проекты эшкә яраҡлы йәштәге халыҡтың үлем осра

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын (нацпроект “Здравоохранение”) тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районының Арыҫлан ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа килде. Элек ул ауыл биләмәһе клубы бинаһында урылашҡан һәм заманса талаптарға тап килмәгән булған. Яңы ФАП-та пациенттарҙы ҡабул итеү, процедура, прививка яһау, персоналдар өсөн кабинет, санузел, килгән пациенттарға көтә торған бүлмә бар. "Бина һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системаларына тоташтырылған, электр менән йылытыла, ә кабинеттар халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар һәм мебель менән йыһазландырылған", — ти Ҡырмыҫҡалы дауаханаһының баш табибы Феликс Сакаев. Яңы медицина учреждениеһында 404 кеше, шул иҫәптән 35 бала ярҙам ала аласаҡ. Бынан алда милли проект буйынса Башҡортостандың Асҡын районында тағы өс фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, Улар Упҡанкүл, Ҡарткиҫәк, Яңы Ҡара ауылдарында урынлашҡан. «Һаулыҡ Һаҡлау» милли проекты эшкә яраҡлы йәштәге халыҡтың үлем осраҡтарын кәметеүҙе, медицина ойошмаларында кадрҙар дефицитын бөтөрөүҙе, бөтә граждандарҙы профилактик тикшереүҙәр менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Был милли проект буйынса эш 2019 Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. https://xn--80aapampemcchfmo7a3c9ehj.xn--p1ai/news/v-bashkirii-v-sele-arslanovo-otkrylsya-novyy-medpunkt/