Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Йыландар тураһында нимә беләбеҙ?

Башҡортостанда туҙбаш йылан һыу ятҡылыҡтары янында, дымлы һыубаҫар болондарҙа; башҡа йыландар урмандарҙа, болондарҙа, ҡайһы бер төрҙәре (таш йылан һәм дала ҡара йыланы) шулай уҡ далала тереклек итә. Ябай ҡара йылан, баҡыр йылан, ябай туҙбаш йылан бөтә Башҡортостанда таралған, йыландың башҡа төрҙәре көньяҡ райондарҙа осрай. Йылан, кимереүселәрҙең һәм бөжәктәрҙең һанын көйләп, экосистемаларҙа мөһим роль уйнай. Йылан ағыуы медицинала ҡулланыла. Дала ҡара йылан, баҡыр йылан, һыу туҙбаш йыланы, таш йыланы Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Ике-өс йыл һайын республика райондарында йыландарҙың күбәйеүен күҙәтәбеҙ. Улар ихаталарға инә, баҡсаларҙа иркен йөрөй. Мунсалар, йылытмаларҙа оялай. Йыландан бала саҡтан ҡурҡып өйрәнгән хужаларға был әлбиттә оҡшамай. Зоологтарҙың билдәләүенсә, һөйрәлеүселәрҙең һаны артыу сәбәптәренең береһе – йылы килгән ҡыштар. Һыуыҡта уларҙың күбеһе туңып үлә. Тәбиғәттә бөркөт кеүек йыртҡыс ҡоштарҙың, терпеләрҙең, торналарҙың аҙайыуы ла йыландарҙың үрсеүенә килт

Башҡортостанда туҙбаш йылан һыу ятҡылыҡтары янында, дымлы һыубаҫар болондарҙа; башҡа йыландар урмандарҙа, болондарҙа, ҡайһы бер төрҙәре (таш йылан һәм дала ҡара йыланы) шулай уҡ далала тереклек итә. Ябай ҡара йылан, баҡыр йылан, ябай туҙбаш йылан бөтә Башҡортостанда таралған, йыландың башҡа төрҙәре көньяҡ райондарҙа осрай. Йылан, кимереүселәрҙең һәм бөжәктәрҙең һанын көйләп, экосистемаларҙа мөһим роль уйнай. Йылан ағыуы медицинала ҡулланыла. Дала ҡара йылан, баҡыр йылан, һыу туҙбаш йыланы, таш йыланы Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Ике-өс йыл һайын республика райондарында йыландарҙың күбәйеүен күҙәтәбеҙ. Улар ихаталарға инә, баҡсаларҙа иркен йөрөй. Мунсалар, йылытмаларҙа оялай. Йыландан бала саҡтан ҡурҡып өйрәнгән хужаларға был әлбиттә оҡшамай. Зоологтарҙың билдәләүенсә, һөйрәлеүселәрҙең һаны артыу сәбәптәренең береһе – йылы килгән ҡыштар. Һыуыҡта уларҙың күбеһе туңып үлә. Тәбиғәттә бөркөт кеүек йыртҡыс ҡоштарҙың, терпеләрҙең, торналарҙың аҙайыуы ла йыландарҙың үрсеүенә килтерә. Ихатаңда йыландар йөрөһә, нимә эшләргә? Уларҙы ағыулау менән шөғөлләнеүсе ойошмалар юҡ. Өҫтәүенә, ҡара йылан Ҡыҙыл китапҡа ла ингән. Иң яҡшыһы - йортоғоҙ алдында резина тәгәрмәс яндырығыҙ. Улар химия төтөнөн яратмай. Туҙбаш, еҙ, сыбар йыландар ағыуһыҙ. Әммә уларҙың һәр ҡайһыһы сағырға мөмкин. Ағыулы тешлеләре иһә ҡара йыландың ике төрө. Йыландарҙы ентекләп өйрәнгән зоологтар ҡара йылан сағыуы үлемесле түгел, тип белдерә. Хәйер, сағылған мәлдә кеше яңғыҙы булһа, яраны шунда уҡ йыуып эшкәртеү форсаты булмаһа, өҫтәүенә аллергия хәүефе ҡушылһа, борсолорға сәбәп бар. Йылан саҡҡан осраҡта кисектергеһеҙ табип ярҙамы кәрәк. Йыландан һаҡланыу өсөн урман-ҡырға резина итек кейеп сығырға кәрәк. Ял урыны булараҡ ҡуйы үлән араһын, ҡоро ағас төптәрен һайламау хәйерлерәк. Беҙҙең төбәктә осраған ағыулы ҡара йылан ышыҡ, дымлы урындарҙы ярата. Шуға ул йорт янына эйәләшмәһен өсөн кәртә-ҡура тирәһендә бейек үлән үҫтермәҫкә, ихатала серек ағас-бүрәнә өйөмдәрен булдырмаҫҡа кәрәк. Йылан күрһәгеҙ, ипләп кенә урап үтергә, йә булмаһа, уның беренсе булып ташланмауын иҫтә тотоп, һөйрәлеүсе үтеп киткәнсе тын ғына торорға кәрәк. Яйлап ҡына артҡа сигенергә лә була. Шулай ҙа йылан саҡһа нимә эшләргә? Дауаханаға, кисектермәҫтән табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. “Ашығыс ярҙам” йылан ағыуына ҡаршы препарат ҡуллана. Йылан саҡҡан урын күкһел-ҡыҙғылт төҫкә инеүе ихтимал. Бер аҙҙан йөҙ ағара, баш әйләнә, күңел болғана, ҡоҫтора, ҡан баҫымы һикерә башлай. Аң юғалыуға тиклем барып етеүе бар, тән тартышыуы ла күҙәтелә. Аяҡты саҡҡан осраҡта, ағыу таралмаһын өсөн, бинт менән урап, уны һау аяҡҡа ҡуша бәйләп, саҡ ҡына өҫкә күтәреп ҡуйырға һәм хәрәкәтләнмәҫкә кәрәк. Жгут һалырға ярамай.