Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бындай ғинуар булғаны бармы икән?

2025 йыл да ғәжәйеп һауа торошо менән башланды һәм артабан да аптыратмаҡсы. Башҡортостанды ғинуарға хас булмаған һауа торошо көтә. Тышта тағы ла нығыраҡ йылытасаҡ. Башгидромет синоптиктары шәмбе, 4 ғинуарға ҡарата фараз бирҙе. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы хәбәр итеүенсә, бөгөн республикала ҡар, епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ көтөлә. Һауа температураһы төндә 0,-5, көндөҙ -1, +4 градус. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Йәкшәмбе, 5 ғинуарҙа, һауа торошо үҙгәрмәй. Республикала ҡар ирей, йылғалар боҙҙан әрселә, юлдар ҡарҙан таҙара. Былай дауам итһә, ҡар ҡалмаҫмы икән? Әлиә Хужәхмәтова фотоһы.