Терроризм акты тураһында ялған хәбәр өсөн Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 207-се статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Енәйәт-язаға тарттырыу ғәмәлдәре шартлау, яндырыу йәки кешеләрҙең һәләк булыу хәүефе тыуҙырған башҡа ғәмәлдәр, теләһә ниндәй власть органдарына, урындағы үҙидараға, ойошмаларҙың, предприятиеларҙың вазифалы кешеләренә, мәнфәғәттәре ҡағылған һәм уларға яуап бирергә бурыслы булған йәки мәжбүр булған граждандарға ҙур матди зыян килтереү тураһында ялған хәбәрҙә сағыла. Был енәйәт эше өсөн яуаплылыҡ 14 йәштән башлана. Енәйәт ҡылған өсөн 200 мең һум күләмендә штрафтан 10 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған. Фото: Башинформ
Иғтибар: ялған хәбәр өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған
3 января 20253 янв 2025
~1 мин