Күргәҙмә экспозицияһы бер нисә бүлектән тора. Беренсеһендә “Нефть биомалары” картиналар серияһы күрһәтелә. Уларҙың авторҙары – технология факультеты һәм мәғлүмәт һәм социаль технологиялар юғары мәктәбе студенттары. Эштәре экология, философия һәм эстетиканы художестволы тикшереүҙе күҙ уңында тота. Эшкәртелгән пластиктан эшләнгән әйберҙәр нефттең экосистемаларға йоғонтоһон, икенсел эшкәртеүҙең һәм экологик ҡулланыуҙың мөһимлеген күрһәтә. Икенсе арт-объект “VR-ҙа нефть биомалары” авторҙары экосистемалар арауығын виртуаль ысынбарлыҡҡа күсерә. Һәр картина ҡунаҡтарҙы тулыһынса үҙенә йәлеп итә. ӨДНТУ-ның фән символы булып “Асыштар күге” композицияһы торҙо. Ул күктә шарҙар ярҙамында юғары уҡыу йортоноң беренсе корпусы бинаһын һүрәтләй. Билдәле булыуынса, "Фән һәм университеттар” (национальный проект “Наука и университеты”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: ugntu.ru