Бөгөн уҡыу, эшләү, хатта ғаилә ҡороп йәшәү өсөн сит илдәрҙе һайлаған кешеләр һис тә ғәжәпләндермәй. Беҙҙең милләттәштәр араһында ла бәхетен ете диңгеҙ аръяғындағы сит ерҙәрҙә тапҡандар бихисап. Ситтән ҡарап, күптәребеҙ уларҙың тормошона, йәшәү рәүешенә ҡыҙығып та, хатта бер аҙ көнләшеп тә ҡарай. Әммә һәр күренештең ыңғай һәм кире, аҡ һәм ҡара яҡтары булалыр. Яҡташым Зөлфирәнең яҙмышы ла – шуға ишара. Зөлфирә менән мәктәп йылдарынан танышбыҙ. Ниндәйҙер фән буйынса район олимпиадаһында танышып киттек тә аҙаҡ хат яҙыша башланыҡ, һирәк-һаяҡ төрлө сараларҙа күрешеп торҙоҡ. Мәктәпте тамамлағас, юлдар айырылды: мин – Өфөгә, ул бер туған апаһы йәшәгән Ырымбур ҡалаһындағы медицина институтына уҡырға инде. Оҙаҡ йылдар хәбәрләшмәй йәшәгәндән һуң, социаль селтәр аша аралашыу мөмкинлеге барлыҡҡа килгәс, тағы бер-беребеҙҙе табып алдыҡ. Зөлфирә арыу уҡ йылдар инде Кипрҙа йәшәй. Себерҙә табибә булып эшләп йөрөгәнендә бер төрөк егете менән танышҡан. Тегеһенең ғаиләһе – ата-әсәһе, бер туған ағаһы һәм һ