“Демография” милли проектының төп бурыстарының береһе булып ғүмер оҙайлығын арттырыу тора. – Уҙған йылда ололар өсөн йорт-интернаттарҙа стационар хеҙмәтләндереү формаһында 1424 социаль хеҙмәт алыусы хеҙмәтләндерелгән. Уларға, дөйөм алғанда, 6,2 миллион социаль хеҙмәт күрһәтелгән. Психоневрология интернаттарында стационар хеҙмәтләндереү формаһында 5699 тәрбиәләнәнеүсе бар, уларға 31,3 миллион хеҙмәт күрһәтелгән. Серафимовка балалар йорт-интернатында 230 бала һәм үҫмер социаль хеҙмәттәр менән тәьмин ителгән, 1,55 миллиондан ашыу социаль хеҙмәт алған, – тип билдәләне республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Азат Арыҫланов. Йыл башынан социаль участка хеҙмәткәрҙәре 5936 гражданды социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж тип таныған. Уларҙың 424-е – йорт-интернаттарға, 455-е – психоневрология интернаттарына һәм 5057-һе өйҙә социаль хеҙмәтләндереү алған. 21747 социаль хеҙмәттәр алыусыға социаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙең шәхси программалары ҡайтанан ҡаралған. Бер йылда