Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Госпиталдә эшләп ҡайтҡан ҡатын-ҡыҙҙар нимә ти?

Уҙған йыл аҙағында республикабыҙҙа булдырылған “Беренсе тирмә” төбәк проектына ярашлы, ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар махсус хәрби операция биләмәһендәге госпиталдәрҙә эшләй башланы. Ноябрҙәге беренсе төркөмдән һуң изге күңелле тағы ете ҡатын-ҡыҙ – Өфөнән Зөһрә Исмәғилева менән Рәмзиә Кәримова, Учалынан Илһөйәр Вәлиева, Миәкәнән Фәриҙә Ғәлимуллина менән Луиза Әхмәтшина, Ҡырмыҫҡалынан Гөлнәриә Шаһиева, Архангелдән Русалина Жаворонкова юлға сыҡты. Алыҫ, хәүефле, әммә изге маҡсатҡа ҡоролған сәфәрҙән йөрөп ҡайтҡас, уларҙың бер нисәүһе менән әңгәмәләшеү форсаты тыуҙы. Рәмзиә КӘРИМОВА, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты: – Ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар отряды ойошторолоуы тураһында ишеткәс, тәүге көндә үк ғариза ебәрҙем. Беренселәр рәтенә өлгөрмәнем, беҙ – икенсе төркөм. Хәрби госпиталдә ирекмән булып эшләгән 16 көн күҙ асып йомғансы үтте лә китте. Тормош юлымдағы иң файҙалы, иң мәғәнәле осор булды ул. Хәҙер бушҡа йәшәлмәне, тип әйтә алам. Мин Миәкәнән Фәриҙә апай менән хирургия бүлексәһенә эләктем. Яу яланынан килтерелгән яралыларҙы ҡабул иттек, йыуындырҙыҡ, кейендерҙек, ашаттыҡ. Инвалид коляскаһында, таяҡҡа таянып йөрөгәндәрҙе төрлө медицина тикшереүҙәренә, процедураларға алып барҙыҡ, операция үткәргәндәрҙе тәрбиәләнек. Һөйләштек, аралаштыҡ, йөрәк йылыбыҙ менән бүлештек. Яҡындарынан алыҫта булған, ауыр тән йәрәхәттәре алған яугирҙәребеҙ өсөн әсәй ҙә, апай ҙа, һеңле лә булдыҡ. Бәлки кәрәге тейер тип, сәс алыу ҡорамалы алып барған инем. 16 көндә госпиталдә ятҡан 230 егеттең сәсен алырға, һаҡал-мыйыҡтарын ҡырырға, хатта тырнаҡтарын ҡырҡырға тура килде. Госпиталь тотош Рәсәйҙең сағылышы: төрлө өлкәләрҙән егеттәр дауалана. Башҡортостандан алты яугир булды. Әбйәлил районынан яҡташымды ла осраттым. Көнө буйы аяҡ өҫтө йөрөһәк тә, арып-талһаҡ та, ашап өлгөрмәһәк тә, күңелдә иҫ киткес ҡәнәғәтлек тойғоһо булды. Бер ваҡытта ла шул тиклем күп рәхмәт һүҙҙәрен ишеткәнем юҡ ине. Хәҙер илдең һәр мөйөшөндә герой дуҫтарым бар. Республика етәкселегенә, Зөһрә Мәүлетбай ҡыҙы Гордиенкоға, Гүзәл Флүр ҡыҙы Коваленкоға шул тиклем кәрәкле, әһәмиәтле “Беренсе тирмә” төбәк проекты өсөн ҙур рәхмәт! Фәриҙә ҒӘЛИМУЛЛИНА, Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы М. Абдуллин исемендәге 1-се мәктәптең физика һәм математика уҡытыусыһы: – Ошондай командировкаға юлланыу тураһында күптән ниәт итә инем. “Мотлаҡ барырға тейешмен, мин булмаһам – кем?” тип уйланым. Дәрестәрҙә, класс сәғәттәрендә патриотизм, Тыуған илде яратыу, тарихты, геройҙарҙы хөрмәтләү тураһында һөйләйбеҙ. Бөгөн аныҡ эштәр кәрәк. Уҡыусыларыбыҙ менән маскировка селтәрҙәре үрҙек, “ҡоро душтар” эшләнек, һалдаттарға хаттар яҙҙыҡ. Бер класс сәғәте мәлендә уҡыусыларым: “Һеҙ МХО-ға бара алыр инегеҙме?” – тип һораны. “Әлбиттә. Тик минең һөнәрем хәрби тормоштан алыҫ”, – тип яуапланым. Шуға күрә ошондай мөмкинлек тыуғас, уны ҡулдан ысҡындырманым. Был сәфәр һөнәремдең ни тиклем мөһим, кәрәкле булыуын раҫланы, сөнки бөгөн йәштәребеҙҙең аңын томалау өсөн көрәш бара. Яралы булыуҙарына ҡарамаҫтан, яугирҙәребеҙҙең рух ныҡлығы һоҡландырҙы. Бер-береһенә ярҙам итәләр, шаярталар. Шул тиклем алыҫтан уларҙы хәстәрләп ирекмән булып килеүебеҙҙе белгәс, аптырайҙар, күңелдәре тула. Табиптар, шәфҡәт туташтары, санитарҙарҙың эшен күреп, һоҡланмау мөмкин түгел. Улар тәүлек әйләнәһенә туҡтамаҫтан үҙ бурыстарын башҡара. Ханты-Манси автономиялы округынан “Дельфиндар” тигән ирекмән ир-егеттәр төркөмөнөң эшен билдәләр инем. Улар түшәктә ятҡан яралыларҙы эвакуацияға оҙата, операция бүлмәләренә илтә. Бында төрлө милләт кешеләре эшләй һәм һәр кем бер-береһенә “туған” тип кенә өндәшә. Ирекмән булараҡ барырға теләүселәргә шуны әйтер инем: ныҡ булырға кәрәк, иларға, йәлләгәнеңде күрһәтергә ярамай. Үҙебеҙҙең ышаныслы тыл, бергә булыуыбыҙҙы күрһәтергә тейешбеҙ. Шуны аңлау мөһим: был күңел асыу, ер-һыу күреү сәйәхәте түгел. Унда һәр кемде ҡатмарлы бурыстар, яуаплы эш көтә, шуға бар йәһәттән әҙер булып юлланырға кәрәк. Илһөйәр ВӘЛИЕВА, Учалы ҡалаһындағы “Ихтирам” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры: – Хеҙмәти бурыстарыма ярашлы, яҡындары махсус хәрби операцияла булған ғаиләләр менән даими эшләйем, шуға күрә уларҙың борсолоу-хәстәрҙәре миңә бик яҡшы таныш. Коляска, хәрәкәт итеү өсөн ярҙамсы ҡорамалдар һорап мөрәжәғәт иткән яралы яугирҙәр ҙә күп кенә. Уларға был хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә. Сәфәргә юлланғанда беҙҙең һалдаттарҙың, яралы яугирҙәрҙең йәшәү, дауаланыу шарттары менән яҡындан танышыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйҙым. Уларҙың нимәгә мохтаж булыуын үҙ күҙем менән күреп ҡайттым, шуға күрә гуманитар ярҙам туплап, адреслы ярҙам ойоштороу өсөн тағы барырға ҡарар иттем. Мәҫәлән, госпиталдәге яралыларҙы күсереү, эвакуациялау ваҡытында йылы кейемдәр – ойоҡбаштар, курткалар, юрғандар кәрәк. Дауаханала туҡланыу һәйбәт, әммә егеттәр ҡайһы берҙә тәмле-татлы ризыҡтар ҙа ашарға теләй. Йәш кенә егеттәрҙе улдарыбыҙ, ейәндәребеҙ кеүек күреп тәрбиәләнек, күңел йылыбыҙҙы өләштек, кибеттән һатып алып, тәмлекәстәр менән дә һыйланыҡ. Был проект – беҙҙең берҙәмлектең асыҡ сағылышы. Ул яугирҙәребеҙгә ышаныс өҫтәү, уларҙың яңғыҙ түгеллеген белдереү, раҫлау өсөн кәрәк. Луиза ӘХМӘТШИНА, Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында “Ростелеком” йәмғиәте бүлексәһе диспетчеры: – Беҙ үҙ төбәгебеҙҙә махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам эшен киң йәйелдергәнбеҙ. Егеттәрҙең һорауына ярашлы, техник ҡорамалдар, госпиталдәргә түшәк кәрәк-ярағы, кейем-һалым ебәреп торабыҙ. Был проект тураһында ишеткәс, рухи йәһәттән теләктәшлек белдереү, күңел йылыһы менән уртаҡлашыу теләге көслө булды. Бер аҙна яра бәйләү бүлмәһендә эшләнем. Көнөнә ҡулымдан 30 – 40 яугир үтә ине. Шул тиклем ауыр тән яралары алыуға, һыҙланыу кисереүҙәренә ҡарамаҫтан, егеттәрҙең рух ныҡлығы, бөгөлөп төшмәүе һоҡландырҙы. Улар еңеүгә ышана һәм ошо ышаныс көслөрәк итә. “Был һуғышты беҙҙең балаларыбыҙ күрмәҫкә тейеш”, – тиҙәр. Төрлө хәлдәр булды. 20 йәшлек кенә Ибраһим тигән чечен егете ятты. Операция яһап, снаряд ярсыҡтарын алдыҡ, мин табипҡа ярҙам иттем. Был әмәлиәт ваҡытында наркоз бирелмәй, ауыртыуҙы баҫа торған укол һалына, әммә ул ғына ярҙам итеп етмәй. Йәш егет түҙергә тырыша, ыңғыраша. Табип Инна Сергеевна уны тынысландырыу өсөн чечен йырын йырлай башланы. Шул ваҡыт бүлмәгә рота буйынса дежур яугир йүгереп килеп инде лә: “Ибраһим, тиҙ генә әсәйеңә шылтырат! Ул һине эҙләй”, – тине. Мин илап ебәрҙем. Инна Сергеевна егеткә: “Аллаһ бар: мин бында һиңә чеченса йыр йырлайым, ә тегендә әсәйең шуны ишетте”, – тине. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яугирҙәр яҡын кешеңә әйләнә, туғаның кеүек күреп ҡосаҡлайһың, йыуатаһың, ә улар беҙгә ихлас күңелдән рәхмәт әйтә. Был хис-тойғоно һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел. Сәфәр изге йөрәк, шәфҡәтле күңел менән бер рәттән ныҡлыҡ, рухи һәм физик көс талап итә. Яугирҙәрҙе күтәреп торғоҙаһың, коляскаларға ултыртып алып йөрөйһөң, ҡалаҡлап ашатаһың, эвакуацияға әҙерләйһең... Мөмкинлек тыуһа, тағы барыр инем. Улар беҙҙең ярҙамды, ныҡлы тылды тойорға тейеш. Мин ҡасандыр төрлө сәбәптәр буйынса хөкөм ителеп, бөгөн ил һағына баҫҡан яугирҙәр ятҡан бүлексәлә лә эшләнем. Бер айырма ла күрмәнем. Улар ҙа – үҙ иңендә яу һынауҙарын татыған шундай уҡ кешеләр. Яҡшы, изгелекле мөнәсәбәттә булдылар. Был сәфәргә барып ҡайтҡас, шуны аңланым: уларға беҙҙең ярҙам, теләктәшлек шул тиклем ныҡ кәрәк. Беҙ бөгөн һис ҡасан булмағанса берҙәм булырға тейешбеҙ. Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА. Фотолар: мәҡәлә геройҙарының шәхси альбомынан. Дөйөм фотола: Ирекмән ҡатын-ҡыҙҙарҙан бер төркөм.