Ғабдулла Сәиди мәҙрәсәһендә уҡыған сағында уҡ Мөжәүир хәҙрәт мөршиденән үләндәр менән дауалау серен ныҡлап өйрәнә. — Дауа беҙҙең аяҡ аҫтында, шифалы үләндәрҙе беҙ тапап йөрөйбөҙ, — тип әйтә торған булған ул. Үҙе лә күпләп артыш, йыуа, балан, боланут үләне, дегәнәк тамыры һәм башҡа бик күп шифалы үлән-тамырҙарҙы һәм емештәрҙе йыйыр булған. Ауырып килгәндәргә биреп ебәргән, үҙҙәренә лә ваҡытында йыйып алырға тәҡдим иткән. Йәйен уйһыулыҡта, урман ситтәрендә көлтәләй булып алһыу-ҡыҙыл сәскәле бер үлән күкрәп үҫә. Һәр ботағы сәскә атып, тирә-яҡҡа йәм биреп, балҡып ултыра ул. Варис Ғүмәровтың «Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре» тигән китабында был шифалы үләнде боланут тип атайҙар. Руссаһы bван-чай, фәнни исеме — кипрей узколистый. Ә беҙҙең яҡта, Манһыр, Байыш, Ҡарамалы, Янғаҙы, Кәрешкә, Татлыбай, Әбдрәхмән, Иҫке Сибай ауылдарында уны хәҙрәт үләне тип йөрөтәләр. Мөжәүир хәҙрәт боланут сәскә атҡас, ҡырға сығып, үҙ ҡулы менән шул шифалы үләнде күп итеп йыйып ала ла, килгән һәр кешегә өшкөрөп б