Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Данис булғас, ауыл юлдарын ҡар баҫмай

Тракторсы Данис Зыязетдинов байтаҡ йылдар инде ауылдаштарының тормошон еңәләйтеү һәм яҡшыртыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Тәжрибәле механизатор ҡыш етһә, ҡар баҫҡан юлдарҙы таҙарта, ә йәйен юл ситендәге үләндәрҙе саба. Уны бик яуаплы, ышаныслы, тыныс холоҡло кеше, ти ауылдаштары. Эшен һәр саҡ еренә еткереп башҡара, уның башҡаса эшләүе мөмкин дә түгел, тиҙәр. Әле буранлап торған мәлдә тракторсы үҙенә тапшырылған участканы ҡарҙан таҙартыу өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Тәүлегенә өс тапҡыр ауылды урап сыға, яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙарҙың йорт ҡапҡаларына тиклем юлды таҙартып ҡуя. Ҡариҙел районының Иҫке Бағазы ауылы халҡы Данис Зыязетдиновты эшен яратып башҡарған механизатор булараҡ ҡына түгел, яҡшы, ярҙамсыл кеше булараҡ та хөрмәт итә. Яңы йылда уға ныҡлы һаулыҡ, именлек, уңыштар теләйбеҙ, тип ауылдаштары исеменән рәхмәт белдергән Бағазы ауыл клубы методисы Рәмзилә Йыһаншина. Фото: https://karaidel.site/