Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Кушнаренко ауыл хужалығы колледжында булды. Белем усағы 1931 йылдан квалификациялы эшселәр һәм аграр йүнәлешендә белгестәр әҙерләй. 2024/25 уҡыу йылында колледжда 441 студент иҫәпләнә. Бында тракторсы-машинист, ауыл хужалығы тармағы мастерҙарын, ауыл хужалығы машиналарын һәм ҡоролмаларын ремонтлау буйынса механиктарҙы, электр монтажсыларын, ашнаҡсы-кондитерҙарҙы һәм башҡа һөнәр эйәләрен әҙерләйҙәр. – Республикабыҙҙың колледждарына етди иғтибар бүләбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Әлбиттә, иң беренсе уларҙың ҡайһыларына ремонт талап ителә, шуларҙы тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Һеҙҙә хәлдәр улай уҡ насар түгел, шулай ҙа ярҙам итәсәкбеҙ. 2026 йылда ҡыйыҡты ремонтлаясаҡбыҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, республикабыҙҙың һәр районындағы колледждар иғтибар үҙәгендә. Уларға ремонт кәрәк икән, республика программаһында теркәйҙәр йәки "Профессионалитет" федераль проекттарына индерәләр. Кушнаренко ауыл хужалығы колледжына 2024 йылда С