9 ғинуарҙа Кушнаренко ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Кушнаренко районынан һәләк булған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Сергей Ғизәтуллин, Илгиз Ғайсаров, Илвир Ғәлләмов, Фидан Хәбибов, Юлай Хәнәфин, Илнар Ғилмановтың ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты, шулай уҡ уларҙың ғаиләләренә генерал Шайморатов орденындарын тапшырҙы. – Яугирҙәр үҙ ғүмерҙәрен Тыуған ил өсөн бирҙе. Уларҙың һәр береһе үҙ бурысын аҙағына тиклем үтәне. Улар - ысын геройҙар, һәм беҙ улар хаҡында хәтерҙе һаҡлаясаҡбыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Һеҙ ысын ир-егеттәр, илһөйәрҙәр, Ватанды һаҡлаусылар тәрбиәләгәнһегеҙ. Улдарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беҙҙең төп бурыс – уларҙың хәтерен мәңгеләштереү һәм даими хәстәрлек күрһәтеү, уларҙың ғаиләләрен – яугирҙәрҙең ата-әсәләрен һәм балаларын хәстәрлек менән уратып алыу. Башҡортостан Башлығы һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре өсөн Республика кардиология үҙәгендә һауыҡтырыу һәм реа
Радий Хәбиров Кушнаренкола яугирҙәрҙең ата-әсәләре менән осрашты
9 января 20259 янв 2025
1 мин