“Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проекты дипломанттары – “Экосалат” компанияһы һәм Әхсән Нәсибуллиндың фермер хужалығы – ауыл хужалығы өлкәһендәге “Йыл эшҡыуары-2024” республика конкурсында еңеү яуланы, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Конкурс “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты (нацпроект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”), шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү” дәүләт программаһы буйынса ойошторола. Ул бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының иң яҡшы тәжрибәләрен асыҡлауға йүнәлтелгән. – “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проекты дипломанттарының еңеүҙәре – республикала бизнес алып барыуҙың ыңғай тәжрибәһе өлгөһө. Эшҡыуарҙарыбыҙҙың юғары сифат стандарттары күрһәтеүенә, яңыса ҡараш менән эш итеүенә ғорурланабыҙ. Уларҙың уңыштары башҡаларҙы ла предприятиеларҙы үҫтерергә һәм яңы технологиялар индерергә дәртләндерә, – ти